Һауа торошо йәнә республика халғын һынай 11.11.2016

Ямғырҙар яуып үтеп кинәт һалҡынайтыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙағы хәл киҫкенләште. Боҙлауыҡтан автоһәүәҫкәрҙәр һәм йәйәүлеләр өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бөгөн киске сәғәттәрҙә Өфө, Октябрьский, Туймазы ҡалаларында һәм Баҡалы районында күп кенә юл-транспорт ваҡиғалары теркәлде. Белгестәр саф һауа һуларға сыҡҡанда, йәки автомобилдә сәфәр ҡылғанда айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Йәйәүлеләргә аяҡ аҫтына иғтибар итергә, водителдәргә иһә тиҙлек режимын арттырмау мөһим.

Октябрьскиҙа «Нефаз» автобусы ағасҡа бәрелгән, ә «Камаз»  йөк автомобиле икмәк һатылған киоскҡа барып ингән. Фотоларҙы «Яңылыҡтар»ҙың ватсабына телевизор ҡараусыбыҙ ебәргән. Туймазыла ла оҡшаш авариялар теркәлгән, уларҙа башлыса йөк автомобилдәре зыян күргән. Шулай уҡ бөгөн еңел автомобилдәр Октябрьский һәм Әлмәт ҡалалары араһындағы трассаны үтә алмаған. Ямғыр яуғас юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплаған, водителдәр асфальттан төшөп оло юлға йәнәш барғанынан хәрәкәт итергә мәжбүр булған. Юлдарҙағы ҡатмарлы хәл тураһында Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ла иҫкәртә. Автоһәүәҫкәрҙәргә ваҡытлыса  оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика