Һауа шарттарына бәйле, шәмбенән йәкшәмбе кискә тиклем М-5 «Урал» федераль трассаһында йөк транспорты хәрәкәте сикләнеп торҙо

Һауа шарттарына бәйле, шәмбенән йәкшәмбе кискә тиклем М-5 «Урал» федераль трассаһында йөк транспорты хәрәкәте сикләнеп торҙо 11.12.2017

Башҡортостандан ошо маҡсатта Силәбе өлкәһе оператив хеҙмәттәренә ярҙамға республика буйынса федераль патруль хеҙмәтенең аэромобиль төркөмө ебәрелде. Тәүлек дауамында шәхси состав вәкилдәре күсмә йылытыу пунктында 40 кешегә ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән 25 кешене йылы аш менән тәьмин иткән.

Бынан тыш, 55-се махсус частың фельдшеры өс кешегә медицина ярҙамы күрһәткән. Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәттәре шулай уҡ «Форд Транзит» микроавтобусы һәм «МАЗ» автомобилен ремонтлауҙа ярҙам ҡулы һуҙған. Өфө гарнизонының оператив төркөмө юлдағы хәлгә даими мониторинг ойошторған. Юл ҡатламын таҙартыуға республиканан тиҫтәнән ашыу берәмек техника һәм хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Бөгөн М-5 автомобиль юлында транспорт хәрәкәте штат режимында эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку