Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, Баймаҡ, Йылайыр райондарында «Юғары әҙерлек «, ә Хәйбуллала «Ғәҙәттән тыш хәл» режимдары индерелде 17.03.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында ведомство-ара оператив штаб булдырылған. Әле төп маҡсат халыҡты эвакуациялауҙы ойоштороуҙы тәьмин итеү. Барлығы 6 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылған. Уларҙа 91 кеше,  шул иҫәптән ике бала һыйынған.

Төбәктә 19 йылыныу пункты ла эшләй. Улар 522 кешене хеҙмәтләндереү ҡеүәтенә эйә. Ҡар ҡапҡанынан барлығы 27 берәмек машина эвакуацияланған, 56 кеше һәм бер бала ҡотҡарылған. Хәйбулла районында әле оборона министрлығына ҡараған көстәр ҙә эш башлаған. Өфө янындағы хәрби гарнизондан йәлеп ителгән  техника юлдарҙы көрттән таҙарта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика