Ата-әсә вайымһыҙлығымы, әллә табип ғәйеплеме?

Ата-әсә вайымһыҙлығымы, әллә табип ғәйеплеме?  29.05.2015

Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡ шишмә ауылында тән бешеүенән 7 йәшлек ҡыҙ һәләк булды. Уның өҫтөнә эҫе һыу менән термопот килеп төшә. Шул ваҡытта эргәһендә торған ҡустыһы ла зыян күрә. Әле сабый әсәһе менән дауаханала. Ә уның апаһының фажиғанән һуң 6 көн ауыр хәлдә реанимацияла ятҡанда ғүмере өҙөлә.

Виталий Йәнтуғанов күҙ йәштәрен тыя алмай... Юғалтыу кисергәндән һуң әле һаман аңына килмәгән. Көн һайын ейәненең ҡәберенә килә.
Фажиғә тураһында ишеткәс, тотош Һыуыҡ шишмә ауылы ғаиләгә ярҙамға килә. 7 йәшлек ҡыҙҙың ҡәбере сәскәләргә күмелгән, эргәһендә Машаға ҡурсаҡ ҡуйылған, тәмлекәстәр һалынған.
Ҡурҡыныс фажиға 10 майҙа сәғәт киске биштәр тирәһендә теркәлә. Өләсәһе икмәк артынан магазинға китә. Әсәһе мунсала була. Ә Мария йәш ярымлыҡ бертуған һеңле менән өйҙә икәүһе генә ҡала.
Виталий Йәнтуғанов әйтеүенсә, ейәне өҫтәл эргәһендә ҡайнар һыу менән тулы термопоттан сәй яһайым тип уға үрелгәндә, ҡоролма ҡыҙҙың өҫтөнә килеп төшә. Уның тәне 60 процентҡа бешә. Янында торған ҡустыһына ла эҫе һыу эләгә. Тауышҡа әсәләре кереп, кейемдәрен сисеп, ауылдағы шәфҡәт туташын саҡыра. Виталий Йәнтуғанов әйтеүенсә, балаларҙы тәүҙә машина менән Ҡырмыҫҡалы үҙәк дауаханаһына алып баралар. Һуңынан Өфөнөң 18-се дауаханаһына оҙаталар. Өҫтәлгә Машаның әйберҙәре, фотолары ҡуйылған. Быйыл ул беренсе синыфҡа барырға тейеш була.
Ҡыҙғанысҡа Машаны табиптар ҡотҡара алмай. Ә уның ҡустыһы әлеге көндә әсәһе менән Өфөнөң 18-се дауаханаһының тән бешеүе үҙәгендә дауалана.
Руслан Ғиматдинов, Республиканың тән бешеүҙе дауалау үҙәге табибы: Диманың хәле уртаса. Ә ҡыҙҙың фажиғәле һәләк булыуы буйынса һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау органдары менән берлектә тикшереү алып бара. Уның буйынса һығымталар яһаласаөҡ. Ә майлайға оператив дауалау талап ителә. Шуға ла әлегә ул дауаханала ятасаҡ.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы:  «Тикшереү барышында табиптарҙың эшенә, күрһәтелгән медицина ярҙамына һәм ике бәләкәй баланы ҡарауһыҙ ҡалдырған ата әсәгә баһа биреләсәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар сығарыласаҡ».
Виталий Йәнтуғанов яҡындары дауаханан сыҡҡас термопотты юҡҡа сығарырға уйлай. Ләкин, Машаны кире ҡайтарып булмай. Бер нисә минут эсендә балаларҙың ошондай ҡурҡыныс фажиғәғә тарыр тип әсә кеше уйламағандыр ҙа инде... Ҡыҙғанысҡа балалар бешеүе йылдан йыл арта. Уларҙың күбеһе ата-әсә вайымһыҙлығы арҡаһында. Ә был фажиға буйынса тикшереү дауам итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку