Асылыкүлдә балыҡсыларҙың ғүмере ҡотҡарылды

Асылыкүлдә балыҡсыларҙың ғүмере ҡотҡарылды 14.04.2016

Хәбәр ителеүенсә, 13 апрель киске унынсы туғыҙ минутта Дәүләкән районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратҡан ир үҙенең һәм ике иптәшенең Асылыкүлдә ярҙан айырылған боҙ киҫәге өҫтөндә тороп ҡалыуы тураһында әйтә һәм ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һорай.

Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар бәләгә тарыусыларҙың ярҙан 100 метр алыҫлыҡта булыуын күрә. Ирҙәрҙе боҙҙан алып сығыу өсөн дүрт сәғәт ваҡыт талап ителә. Бәхеткә, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең тырышлығы менән балыҡсылар  иҫән ҡала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы граждандарға үҙҙәренең ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа һәм  йоҡа боҙ өҫтөнә сыҡмаҫҡа, балаларҙы йылға-күл буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра.  Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратыу һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика