Аш менән атҡанға таш менән

Аш менән атҡанға таш менән 23.11.2017

Күптән түгел генә меңдәрсә һумға төҙөкләндерелгән Яҡутов паркына вандалдар һөжүм итә. Билдәһеҙ әҙәмдәр ағас төптәренә һалынған таштарҙы күл өҫтөн ҡаплаған боҙға ырғытып бөткән. Ул ғына ла түгел, изге урын һаналған, революция һәм граждандар һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған стеланан исем-шәрифтәрҙе  аҡтарып төшөргәндәр, скульптураларҙы емергәндәр.

Туңған күлдә кәмәлә йөҙөргә маташыу, еңелсә әйткәндә, сәйер күренеш. Ә инде боҙ өҫтөндә, бәшмәк кеүек, таштар йыйыу бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ләкин коммуналь хеҙмәттәргә башҡаса әмәл юҡ. Туңған күлгә ырғытылған таштарҙы йыйып алыу өсөн улар ҡулына ишкәк ала. Хеҙмәткәрҙәргә көлкө түгел. Кәмә боҙ ярыусы карап шикелле сантиметрлап ҡына алға йөҙә.
Ағас төптәренә һалынған таштарҙы боҙ өҫтөнә  билдәһеҙ әҙәмдәр ырғытҡан. Күрәһең вандалдар шулай күңел асҡан. Ләкин вәхшиҙәргә ҡаршы эшләнгән яҡтыртыу ҡоролмаларының ватыуҙарын уйын тип әйтеп булмай. Был ҡылыҡ махсус рәүештә башҡарылған.
Ләкин вәхшиҙәр бының менән генә сикләнмәгән. Улар халыҡ өсөн изге һаналған урын - революция һәм граждандар һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған стеллаға ҡул һонған. Обелисктан бер нисә исем-шәриф йолҡоп алынған. Ләкин коммуналь хеҙмәттәр уны тиҙ арала кире урынына элгән. Ә бына скульптураларҙы тиҙ генә рәткә килтерерлек түгел. Өләсәйҙең күгәрсендәре зыян күрһә, ҡыҙҙың сәсен тартҡылап китабын туҙҙырып киткәндәр.
Берәүҙәр йәшәгән ерен йәмләндерәм тип тырышһа, бәғзеләре матурлыҡты юҡҡа сығара. Баш ҡала ҡаҙнаһы вандалдарҙан йыл да миллион ярым һумлыҡ зыян күрә. Был аҡсаларға ҡаланы тағы ла төҙөкләндереү , матурлау мөмкин булыр ине.
Вандалдарҙы асыҡлап яуаплылыҡҡа тарттырыу ауыр, ти хоҡуҡ һаҡсылары. Шулай ҙа вәхшиҙәреҙең язаһын алған миҫалдар бар. Ҡала мөлкәтенә зыян килтергән өсөн  40 мең һумлыҡ штраф ҡаралған. Бынан тыш бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү язаһы ла бар. Боҙ өҫтөнән кәмәлә таш йыйыу эшенә ебәрелһәләр  бәлки тәүбәһенә килерҙәр ине, тип өмөтләнә коммуналь хеҙмәттәр ҙә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика