Архангель өлкәһендә фажиғәгә тарыған МИ-8 вертолетында вахта ысулы менән эшләгән яҡташыбыҙ һәләк булды

Архангель өлкәһендә фажиғәгә тарыған МИ-8 вертолетында  вахта ысулы менән эшләгән  яҡташыбыҙ һәләк булды 11.12.2014

Өфөнән  тағы ла бер ир ауыр тән йәрәхәттәре алды.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 46 йәшлек Илдус Шәриповтың баш мейеһе йәрәхәтләнгән һәм ҡабырғалары һынған. Операция ваҡытында бәләгә тарыусының талағы киҫеп алынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Ненец автоном округында 7-се декабрҙә теркәлгәйне. Фажиғәлә ике кеше һәләк булды, тағы ла 5 вахтовик төрлө тән йәрәхәттәре менән  Архангель өлкәһе дауаханаһына оҙатылған.  Осраҡ буйынса тикшереү бара. Әлегә  белгестәр  авария сәбәбен вертолет двигателенең һауала һүнеүе, йәки насар һауа торошо менән бәйләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку