Ҡара диңгеҙ күгендә авиаһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтарыбыҙҙың яҡындарына Башҡортостан ҡаҙнаһынан 1 миллион һум күләмендә матди компенсация түләнәсәк

Ҡара диңгеҙ күгендә авиаһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтарыбыҙҙың яҡындарына Башҡортостан ҡаҙнаһынан 1 миллион һум күләмендә матди компенсация түләнәсәк 30.12.2016

Аҡсалар республиканың резерв фондынан алынасаҡ. Тейешле күрһәтмәгә Башҡортостан Хөүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Авиаһәләкәт 25 декабрҙә теркәлде. Ҡара диңгеҙ күгендә 82 кешенең ҡүмере өҙөлдө. Уларҙың барыһы ла Сүриәгә юлға сыҡҡан булған.

Аэропорттан һауаға күтәрелеү менән оборона министрлығына ҡараған ТУ-154 радарҙарҙан юғала. Самолеттың ҡалдыҡтары диңгеҙ төбөндә табыла. Бортта ике яҡташыбыҙҙың булыуы асыҡланды. Улар полковник Әмир Бакир улы Хәсәнов менән Александров исемендәге хор режиссеры Максим Александрович Иванов. Башҡортостан Хөкүмәте һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм теләктәшлек белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку