Ҡара диңгеҙгә ҡолаған Оборона министрлығы самолетында Башҡортостан вәкиле лә булған

Ҡара диңгеҙгә ҡолаған Оборона министрлығы самолетында Башҡортостан вәкиле лә булған 26.12.2016

Максим Иванов Өфөлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Һуңынан, Сыуаш дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында, Мәскәүҙә - ГИТИСта белемен камиллаштырған. Һуңғы ваҡытта Рәсәй ҡораллы көстәренең йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй. Максим Ивановтың ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы ҡалды. Улар Мәскәү өлкәһендә йәшәй.

Беҙҙең хәбәрселәр Максимдың курсташтары, Рөстәм Шаһыбалов һәм Рәдиф Зарипов менән осрашты. Улар аңлатыуынса, Максим Иванов Черниковка биҫтәһендә тыуып үҫкән, уның әсәһе, Валентина әле лә Өфөлә йәшәй. Курсташтары Максимды изге йәнле, асыҡ, ярҙамсыл егет булараҡ иҫкә ала. Ул Өфөнөң сәнғәт училищеһын тамамлағас, артабан Чебоксар ҡалаһына, Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтына уҡырға инә. Мәскәүҙә шулай уҡ режиссерға уҡый. Максим Иванов Сыуаш опера һәм балет театрында спектакль дә ҡуйған. Коллегалары аңлатыуынса, ул шулай уҡ Мәскәү өлкәһендә опера театры асыу тураһында хыялланған, яҡындары әйтеүенсә, коллектив туплап та өлгөргән.  Максим Иванов үҙенең театрында режиссер булып эшләргә теләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика