Апрелдә Өфөлә вертолет авариялы ултырыш яһарға мәжбүр булғайны

Апрелдә Өфөлә вертолет авариялы ултырыш яһарға мәжбүр булғайны 17.05.2016

Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл баш ҡала эргәһендәге Зинино һәм Жилино ҡасабалары араһында теркәлде. Вертолетта планға ярашлы, уҡытыу күнекмәһе уҙғарылған була. Авария мәлендә салондағы пилот менән пассажир имгәнмәй. Һауа транспортының корпусы зыян күрә. Ул яҡынса 44 миллион һумға баһалана. Фаразланыуынса, ғәҙәттән тыш хәлгә  экипаж хатаһы һәм техниканың боҙоҡлоғо сәбәпсе булыуы ихтимал. «Лайт-эйр» компанияһы һәм уны контролдә тотоусы ведомстволарға  етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика