Аномаль зона 16.03.2015

Һуңғы ваҡтытта Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр йыш теркәлә. Микрорайонды һыу баҫа, юл ситенә автомобилдәр оса, асфальт ер аҫтына төшә...

Фура водителенең йөҙөндә ҡурҡыу һәм борсолоу, ул  хәбәрселәр менән дә аралашырға теләмәй. Водитель боролошта машинаның тағылмаһы ситкә осҡанын һиҙмәй ҙә ҡала.  Фураның тәҙрәләре селпәрәмә килә, тағылма, түңкәрелеп емерелә. Транспортҡа тейәлгән һыу шешәләре ергә ҡойола. Бәхеткә, водитель үҙе зыян күрмәй. Фажиғә урынына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм полиция саҡырыла.
Альберт Ҡотоев, ваҡиға шаһиты: «Машина ни өсөн ситкә осҡандыр, әйтә алмайым. Юлды ҡаплап торғанға, ярҙам итергә килдем. Һыу шешәләрен икенсе йөк машинаһына тейәйбеҙ инде».
Был осраҡҡа бәйле, Сипайлово урамында оҙон тығын барлыҡҡа килде. Юл хәрәкәтенә ҡамасаулаусы йөк машинаһы бер-нисә сәғәттән һуң ғына кран ярҙамында ситкә алынды. Ошо арала Сипайловоға илтеүсе ҡаршы юлда автобус менән еңел автомобиль бәрелешеп, икенсе яҡ та ҡапланды.
Владислав Шарнин шәмбе кис ғаиләһе менән Сипайлово биҫтәһендә иң ҙур гипермаркеттарҙың береһенә инергә була. Ләкин боролошта машина туҡтап ҡала һәм көтмәгәндә ер аҫтына китә башлай.  
Владислав Шарнин, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Барыбыҙ ҙа ҡурҡтыҡ. Машинаның артҡы өлөшө өҫкә күтәрелде, ә алды соҡорға төштө. Автоһәүәҫкәрҙәр туҡтап ярҙам итергә маташты,  Нива автомобиле тартып сығарҙы. Ярай әле машина зыян күрмәне. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына ла шылтыраттым. Соҡорҙан сығарғас, уларҙың килгәнен көтөп торманым инде».
Әле соҡорҙан эҙ ҙә ҡалмаған. Уны коммуналь хужалыҡ ямап ҡуйған, күрәһең. Ләкин шул уҡ урында, ҡом ишелә башлаған. Йоҙороҡ һыйырҙай соҡор аҫтында бушлыҡ. Шуға ла, Владислав Шарнин, ер яңынан ишелеп төшөүе бар, тигән фекерҙә . Ҡыҙғанысҡа, яҙ башланыу менән юлда барлыҡҡа килгән йырындар ҙур проблемаға әйләнә. Көндөҙ йылытып, кисен һыуытҡанлыҡтан, асфальт таушалып, соҡорҙар ҙурая бара.
Шуға ҡарамаҫтан,  бындай хәлгә тарығанда, юл  инспекторҙарына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Улар ваҡиға  урынында протокол төҙөй. Ә һуңынан осраҡ буйынса эш судҡа бирелә.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика