Аномаль ҡойма ямғырҙар Өфөлә бер кешенең ғүмерен өҙҙө

Аномаль ҡойма ямғырҙар Өфөлә бер кешенең ғүмерен өҙҙө 05.09.2017

Фажиғә Рәсәй урамы 47-се йорт эргәһендә теркәлгән. Юл аша сығып барған ирҙе көслө ағым аяҡтан йыға. Һөҙөмтәлә ул башы менән асфальтҡа бәрелеп, тонсоғоуҙан вафат була. Мәрхүмдең кәүҙәһе өс сәғәттән һуң Кольский урамында табыла.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике сәғәт эсендә 115 миллиметр ямғыр яуған. Был бер айлыҡ норманан ике тапҡырға күберәк. Айырыуса Киров, Совет, Октябрь һәм Ленин райондары зыян күргән. Ә бына Дим биҫтәһендә һәм Өфөнөң төньяҡ райондарында йәшәүселәр ҡойма ямғырҙы бик үк һиҙмәгән. Ҡала урамдарында ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөүгә 1 мең 500 коммуналь хеҙмәткәр һәм 300 берәмектән ашыу махсус техника йәлеп ителгән. Төп көс юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙартыуға йүнәлтелгән. Бер ағас ҡолау осрағы теркәлгән. Халыҡ күпләп ҡоймалар емерелеүенә, биләмәләрҙе һыу баҫыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Бөтә ғаризалар ҙа тейешле хеҙмәттәргә тапшырылған, уларҙың үтәлеше контролгә алынған. Әлеге ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы ойошторған ямғырҙан зыян күреүселәр өсөн «ҡыҙыу линия» эшләй. 233-99-99 һандары буйынса тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Бөгөн шулай уҡ  һыуҙан айырыуса ҡаза кисергән  СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы күп функциялы үҙәк 10 сентябргә тиклем халыҡты ҡабул итеүҙе туҡтатҡан. Бер үк ваҡытта ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡағыҙ архивтары, техника һәм мебель зыян күрмәгән. Офис хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса Менделеев урамындағы үҙәккә күсерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку