Аллан Клейнханс 15 йылдан ашыу донъяның төрлө илдәрендә тренингтар үткәрә

Аллан Клейнханс 15 йылдан ашыу донъяның төрлө илдәрендә тренингтар үткәрә 27.11.2017

Күптәрҙе борсоған «Нисек бизнеста уңыш ҡаҙанырға?» тигән  һорауға яуап биреүсе спикер Башҡортостанда уңышһыҙлыҡҡа юлығырмын тип башына ла индермәгән. Былтыр Рәсәйҙә уның тренингында  бер мең кеше ҡатнашҡан, ә быйыл  Өфөләгеһенә 600-ләп кеше килгән. Әммә сығыш яһай башлап ун биш минут үткәс тә, бизнес тренеры хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.   Бөгөн Совет районы судында  Көньяҡ Африка  Республикаһы гражданины Аллан Клейнхансҡа ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды.

Хөкөм ҡарары сығарыр алдынан Аллан Клейнхас менән уның яҡындары үҙҙәрен бик тыныс тотто. Йәкшәмбе  Өфө ҡалаһы мәҙәниәт йорттарының береһендә уның тренингтары ойошторола. Уны тыңларға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә 600-ләп кеше килгән. Нисек кенә булмаһын, һәр кемдең бөгөнгө тормошта уңышлы ла, бай ҙа, бәхетле лә булғыһы килә. Көньяҡ Африка Республикаһынан  беҙҙең халыҡты уңышлы итергә килгән  профессиональ спикер уҙған төндө изоляторҙа үткәргән.
Миңә дуҫтарым киске аш алып килде, әммә ризыҡты ҡабып та ҡараманым. Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым, отжимание һәм медитация эшләп сыҡтым. Үҙемде яҡшы тоям.
Аллан Клейнханстың тренингтарын тыңлап, бизнеста һәм тормошта иҫ киткес уңыш ҡаҙанырға теләүселәрҙең маҡсаты тормошҡа ашмай. Улар аҡыл эйәһен ни бары ун биш минут ҡына тыңлап өлгөрә. Ойоштороусылар билет хаҡы тренингҡа килеүселәргә кире ҡайтарыласаҡ, тип вәғәҙәләй.
Радмир Усаев, Аллан Клейнханстың тренингтарын ойоштороусы продюсер: «Аҡсаларҙы ҡайтарасаҡбыҙ. Күп кешеләр аҡсаларын юғалтты. Улар бөтәһе лә лекцияла тыңларға рға  теләй. Беҙ киләсәктә был семинар-тренингты мотлаҡ үткәрергә уйлайбыҙ».
Көнъяҡ Африканың профессиональ спикерҙар ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, сәйәсмәндәрҙең,эшҡыуарҙарҙың һәм спортсыларҙың уңыш тренеры. .. Уның исемдәре лә, вазифалары ла ғорур һәм ышаныслы яңғырай. Әммә 15 йыл дауамында шыма һәм уңайлы схема буйынса  эшләгән писхология тренерының лекциялар уҡырға, Рәсәй биләмәләрендә эшләргә рөхсәте булмаған, етмәһә тренерҙың махсус һәм юғары белеме лә юҡлығы асыҡланған.
Вадим Розенфельд, секталар эшмәкәрлеген өйрәнеүсе: «Уның махсус белеме юҡ. Ғаиләһе тураһында ла мәғлүмәт билдәһеҙ.Әммә шуға ҡарамаҫтан, бирелгән реклама ғәҙәти стандарттарҙан тора: һаулыҡ, бәхет, мул тормош, уңыш. Нисек итеп, профессиональ тренер бизнес серҙәренә осраҡлы килеп ултырған биш йөҙҙән ашыу кешене бер нисә сәғәт эсендә уңышлы итә? Был башҡа һыймаҫлыҡ».
Тамара Әхтәмова, адвокат: «Аллан үҙенең ғәйебен таныманы. Ул бер ниндәй ҙә килем алмаған. Суд ҡарары менән уға административ хоҡуҡ боҙғаны өсөн биш мең һум күләмендә штраф түләү бурысы йөкмәтелде. Ул  экстрадицияға дусар ителмәйәсәк. Аллан Клейнханс иленә ҡайтып китергә ҡарар итте  һәм аэропортҡа юлланды. Миңә ышаныс белдереүсенең был суд ҡарары буйынса фекере билдәле булыу менән, беҙ ялыу яҙасаҡбыҙ».
Суд ултырышы тамамланыу менән уңышһыҙ тренер иленә ҡайтып китер өсөн  Өфө -аэропортына юлланды. Тимәк, Рәсәйҙә артабан да мәғрифәтселек  эше менән шөғөлләнеүҙе туҡтатып торорға ҡарар иткән. Әммә оҙаҡҡамы?
Аллан Клейнханс тренингҡа килеүселәрҙән 40 минут эсендә уңышлы, бәхетле, бай эшҡыуар яһарға вәғәҙәләй. Кемдәр йөрөй һуң был тренингтарға? Яуап бер: төрлө йәштәге, төрлө быуын кешеләре. Улар бөтәһе лә мөғжизәгә ышана. Ә лекцияларҙы бер ниндәй ҙә махсус һәм юғары белеме булмаған лектор уҡый. Ул Рәсәйгә турист булараҡ килгән. Ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнергә һәм лекциялар уҡырға рөхсәте булмаған. Совет районы суды уны административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы, ул 5 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку