Ғафури районында хоҡуҡ һаҡсылары ике мышыны атҡан браконьерҙы ҡулға алған

Ғафури районында хоҡуҡ һаҡсылары ике мышыны атҡан браконьерҙы ҡулға алған 20.12.2017

Ноябрь башында Имәндәш ауылында йәшәүсе ир полицияға мөрәжәғәт итә. Ул ауыл эргәһендәге урманда ике мышының ҡалдығын табыуы тураһында әйтә. Енәйәт урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөмө сыға.

Эҙәрлекләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре браконьерҙың эҙенә төшә. Асыҡланыуынса, йәнлектәрҙе рөхсәте булмай тороп ошо уҡ ауылда йәшәүсе 56 йәшлек ир аулаған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсенең мылтығы һәм мышыларҙың ите экспертизаға ебәрелгән. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Ирҙең енәйәттә ҡатнашлығы дәлилләнгән осраҡта уға ҙур күләмдә штраф янай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку