Аҙнаның тәүге көнөндә республика юлдарында 15 авария теркәлгән 15.12.2015

Бер кеше һәләк булған, 27-һе йәрәхәтләнгән.

Көндөҙ  Өфө -Яңауыл автомобиль юлының Борай районындағы  өлөшөндә ике автомобиль бәрелешә. Өфөгә юлланған «Шевроле Круз» автомобиленең 21 йәшлек водителе ҡаршы юлдағы «Лада Гранта»ға  төкөлә. Һөҙөмтәлә «Гранта»ла ултырған 64 йәшлек пассажир ҡатын һәләк була, бер кеше дауаханаға оҙатыла. Икенсе машинаға Дүртөйлө районында йәшәүсе  66 йәшлек ир идара иткән була. Тәүлек дауамында юл инспекторҙары эскән килеш руль  артына ултырыусы 66 водителде асыҡлаған. Улар араһынан ошондай ҡылыҡ  менән икенсегә тотолған икәүгә  хәҙер яуалылыҡҡа тарттырылыу янай. Кисә шулай уҡ  урланған дүрт автомобиль табылған, эске эштәр бүлектәренә төрлө енәйәттәрҙә ғәйепләнеүсе ете кеше килтерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика