Аҙнаның тәүге көнөндә республика юлдарында 13 авария теркәлгән, 14 кеше зыян күргән

Аҙнаның тәүге көнөндә республика юлдарында 13 авария теркәлгән, 14 кеше зыян күргән 24.11.2015

Октябьский ҡалаһында 31 йәшлек водитель идара иткән «Ауди» автомобиле түңкәрелә. Уның 40 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәтләнә, бынан тыш, салонда ултырған  27 йәшлек ҡатынға ла табип ярҙамы талап ителә.

Ә  Өфөлә  юл аша тәғәйенләнмәгән урында сығып барыусы йәйәүле машинаға тапалған. Өфө ҡалаһы автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ Комсомольская урамындағы 135-се йорт ҡаршыһында була. Киске һигеҙҙәр тирәһендә  светофорға барып етергә иренгән 58 йәшлек ирҙе «Рено Логан» автомобиле бәрә. Һөҙөмтәлә уның ҡулы имгәнә, бисараға медицина ярҙамы күрһәтелә. Тәүлек эсендә юл инспекторҙары 54 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуын асыҡлаған. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә лә республикала  тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. Ошоға бәйле инспекторҙар водителдәр һәм йәйәүлеләрҙе юл йөрөү  шарттарының насарайыуына әҙер булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика