Аҙна яңылыҡтары. Юл-транспорт ваҡиғаһы

Аҙна яңылыҡтары. Юл-транспорт ваҡиғаһы 04.02.2017

Ике пассажир ултыртҡан "Газель" микроавтобусы Нагаев ауылы янындағы тимер юлы аша үткәндә йөк поезы аҫтында ҡала

Салонда ултырған ике кеше лә ауыр йәрәхәттәр алған. Асыҡланыуынса йәмәғәт транспорты водителе  тыйыусы сигналдарҙы иңҡар итеп юл аша үтеп ҡалырға тырышҡан. Өҫтәүенә ул рөхсәтһеҙ эшләгән булған. Был маршрут яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән һәм ул бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, тип хәбәр итәләр. Был урында авариялар йыш теркәлә. Республиканың башҡа райондарында ла ошондай хәүефле урындар бар. Республика етәксеһе күптән түгел генә был проблеманы күтәргәйне. Куйбышев тимер юлының яңы етәксеһе менән осрашып тимер юлы үткәүелдәре төҙөүҙе тәү маҡсат итеп ҡуйғайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку