Аҙна яңылыҡтары. Һуңғы алты тәүлек ришүәтселек аҙналығы булараҡ иҫтә ҡаласаҡ

Аҙна яңылыҡтары. Һуңғы алты тәүлек  ришүәтселек аҙналығы булараҡ иҫтә ҡаласаҡ 11.02.2018

Башҡортостанда онкодиспансер хеҙмәткәре ришүәт алып тотолдо. Пациенттарҙан түгел, ә төҙөлөш компанияһынан. Ике йөҙ меңгә ул ремонт эштәрен тап уларға тапшырасағын вәғәҙә иткән. Ләкин был хәл иҫкәртелде. Шул уҡ хоҡуҡ һаҡсылары үҙҙәре үк мутлашып тотолдо.

Аҡсаға- зачет ҡуйыуксылар ҙа фашланды.  Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы Өфө дәүләт авиация техник университетының стандартлаштырыу һәм метрология кафедраһы доцентына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 68 йәшлек доцент ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү фараздары буйынса, уҡытыусы төркөм старостаһынан студенттарҙан 500-шәр һум күләмендә аҡса йыйыуҙы һорай. Бының өсөн доцент «Метрология, стандартлаштырыу, сертификация» фәне буйынса зачет ҡуйырға вәғәҙәләй.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Уҡытыусы бер нисә төркөм старосталарына аҡсаға зачет ҡуйырға тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта ришүәт алыу осрағы буйынса тикшереү эштәре бара, материалдар Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһенә ебәрелде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку