Аҙна яңылыҡтары. Тәбиғәт халыҡты был аҙнала төрлө яҡлап та һынаны 04.06.2017

Ҡары ла, дауылы ла, ҡойма ямғырҙары ла булды. Таш ҡына яуманы шикелле. Хәйер, ҡайһы бер райондарҙа таш кеүек боҙборсаҡтар яуҙы. Зыянһыҙ үтмәне ғәрәсәттәр. Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауылы, мәҫәлән, электр бағаналары ҡолап бер аҙға  утһыҙ ҡалды.

Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында көслө дауыл өс ҡатлы бинаның ҡыйығын аҡтарған. Дыуан күп профилле колледжы филиалының дөйөм ятағы 1960 йылда төҙөлгән булған. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.  Шулай ҙа тәбиғәт тә һаман тынысланырға уйламай. Июнь тип йылы кейемдәрегеҙҙе йыйып ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Киләһе аҙна башынан таулы райондарҙа бөтөнләй ҡар вәғәҙә итәләр. Бына исмаһам, йәй. Һалҡын, ел, ҡараңғы, сирҡаныс.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика