Аҙна яңылыҡтары. Шартлауҙары, бәрелештәре, емерелеүҙәре һәм ығы-зығыһы йыш булған йыл ахырында ла тыныс ҡына үтә алманы

Аҙна яңылыҡтары. Шартлауҙары, бәрелештәре, емерелеүҙәре һәм ығы-зығыһы йыш булған йыл ахырында ла тыныс ҡына үтә алманы 24.12.2016

Бөгөн генә ғәҙәттән тыш ике ваҡиға. Тәүгеһе «ГазпромНефтехимСалауат» предприятиеһында техноген авария. Унда янғындан кәм тигәндә өс кеше зыян күргән. Икенсеһе әлеге лә баяғы Урман ҡасабаһы. Бер төркөм егеттәр яңы йыл алдынан еңел аҡса эшләп алыу ниәте менән бәләле  арсеналға инә. Снаряд ҡалдыҡтарын ҡутарған ваҡытта шартлау. Һөҙөмтәлә тормош та күреп өлгөрмәгән ике егет яҡты донъя менән хушлашты.  

2011 йылдың майында Урман ҡасабаһында хәрби припастар шартлауҙан зыян күреүселәр бөгөн Иглин ҡасабаһында уңайлы ҡала фатирҙарында көн итә. Ҡайғы еле тап улар ҡапҡаһын килеп шаҡыр тип бер кем дә күҙ алдына килтермәй
Ике егет тә ата-әсәләре менән уларға хәүеф-хәтер янамаған заманса йорттарҙа йәшәй. Күрше -күләндәре лә ике ғаиләне лә уңышлы һәм яҡшы тип баһалай.
Бөтә илде шаулатҡан ҡурҡыныс урынға килергә уларҙы нимә мәжбүр иткән? Ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре уларҙы хәүефле урынға төҫлө металл табыу һәм ҡулаҡса эшләү теләге алып килгәндер, тигән фараз яҡлы.
Был Урманда теркәлгән беренсе генә шартлау түгел. Былтыр ҡыш элекке хәрби часть биләмәһендә ике егеттең ғүмере өҙөлгәйне. Быйыл да шундай уҡ фажиғә ҡабатланды.Егеттәрҙең һәләкәткә тарыуының сәбәбе - ауылда булған эшһеҙлек проблемаһы. Төҫлө металл һатып ҡулаҡса эшләү теләге уларҙы хәүефле аҙымға этәргән ти, урындағы халыҡ.
Иртәнге сәғәттәрҙә Иглиндән ике ир-егет Урман ҡасабаһында урынлашҡан элекке хәрби часть биләмәләренә рөхсәтһеҙ үтеп инә.Әммә латунь ҡулсалар артынан һунар итеүселәрҙең иртәнге сәфәре сәғәт ун ике тулаларҙа көслө шартлау менән икеһе өсөн дә үлемесле тамамлана. Фажиғә буйынса тикшереү бара.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «22 һәм 24 йәшлек егеттәрҙең үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Элеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Үлем сәбәптәре асыҡлана».
Ерле халыҡ элекке хәрби часть биләмәләрендә тағы ла егерме биш йылға етәрлек хәрби припастар бар, тип күҙаллай. Үҙ аҙымдарының аҙағын уйламаған йәштәрҙең тимер сымдар аша үтеүенә ҡасан сик ҡуйылыр? Тыныс тормошта Урман ҡасабаһында бомба шартлауына нөктә ҡуйырға ваҡыттыр...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку