АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Почтальонды  үлтереүселәр ҡулға алынды 02.10.2016

Ғәйепләнеүселәр Ғафури районынан 27 һәм Ауырғазы районынан 48 йәшлек ирҙәр. Енәйәт ҡылыу осрағы 20 августа теркәлде. Ҡырмыҫҡалы районындағы Ибраһим ауылына пенсия таратырға килгән почтальондар төркөмө ҡайтыр саҡта хеҙмәттәштәрен юғалта. Һуңынан уның кәүҙәһе ағаслыҡ араһында табыла. Сумкаһында ятҡан 9 йөҙ мең һум аҡсаһы ла булмай сыға. Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятмай, ғәйепләнеүселәр асыҡланды. Хәйер, улар йәшенергә лә теләмәгән кеүек. Ҡанлы аҡсаларға ҡиммәтле биҙәүестәр, автомобиль һатып алғандар. Ирҙәрҙе енәйәткә нимә этәргән? Ҡотортоусыһы кем?

27 йәшлек егет бер ниндәй үкенеүһеҙ нисек итеп почта хеҙмәткәренең  ғүмерен ҡыйыуы тураһында һөйләй.  Ул көндө ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында пенсия таратыусының юлын быуа.  Ҡорбанының башына өс тапҡыр сүкеш менән һуҡҡандан һуң ул аҡса һалынған сумканы ҡулына төшөрә. Артабан егет автомобилдә көтөп торған 48 йәшлек иптәше енәйәт урынын ташлап ҡаса. Пенсия таратыусы ҡатын почта машинаһы янына  ваҡытында әйләнеп килмәгәс, хеҙмәттәштәре был хаҡта райондың дежур бүлегенә  хәбәр итә. Бер аҙҙан уның кәүҙәһе ауыл ситендәге урман эсендә табыла. Шулай уҡ 900 мең һум күләмендә пенсия аҡсаһы юҡлығы ла асыҡлана.
Тимур Нәзиров, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Тикшереүҙәр барышында ҡулға алыныусыларҙың өйҙәрендә юғалған аҡсаларҙың бер өлөшө табылды. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта һатып алынған әйберҙәр ҙә тартып алынды. Әлеге ваҡытта енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында. Улар үҙ ғәйептәрен таныны».  
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, енәйәттә ғәйепләнеүселәр бындай аҙымға файҙа алыу ниәте менән барған. Сөнки автомобилдә көтөп ҡалыусының банктарға ҙур ғына күләмдә кредиттары йыйылыуы билдәле. Бынан тыш, ҡулға алыныусыларҙың әшнәһе, йәғни мәғлүмәт биреүсеһе булыуы асыҡлана. Һорау алыу барышында ирҙәрҙең береһе был турала хоҡуҡ һағында тороусыларға түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.  
Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр урланған аҡсаның 500 мең һумын сарыф итеп өлгөрә.  Улар был суммаға автомобиль, кеҫә телефондары, компьютер һәм ювилер әйберҙәр һатып ала. Тикшереүҙәр барышында ҡулға алыныусыларҙың өйҙәрендә тотонолмай ҡалған 218 мең һум табыла, тағы ла 167 меңде байып алған ирҙәрҙең береһе һөйәркәһенә биргән була. Бар республиканы тетрәндергән енәйәтте асыҡлау өсөн оперативниктарға бер айҙан ашыу ваҡыт талап ителде.  Еңел аҡса эшләп алыу ниәте һөҙөмтәлә кәмендә дүрт ғаиләгә оло ҡайғы алып килде. Әлбиттә, иң үкенеслеһе, һәләк булған почта хеҙмәткәрененең үҫмер ҡыҙы һәм армияла хеҙмәт итеүсе улы етем ҡалды.  
Юрий Мельников, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урыбаҫары: «Эш биреүсе хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ инструктаж үткәрергә бурыслы. Шулай уҡ улар хәүеф тыуҙырған урындарҙа һаҡсы һәм  тейешле мәғлүмәт менән тәьмин ителергә тейеш. Әммә күп осраҡта  ойошмалар төп талаптарҙы үтәмәй. Һөҙөмтәлә күңелһеҙ хәлдәр тыуа ла инде».
Был «Рәсәй почтаһы» менән бәйле беренсе һәләкәт кенә түгел. Бер нисә йыл элек Ҡариҙел районында ла федераль хеҙмәт автомобиленә һөжүм иттеләр. Ул ваҡытта битлек кейгән өс кеше «Уаз» машинаһына ут асып, аҡса урларға маташа. Һөҙөмтәлә улар ниәттәрен бойомға ашыра алмай, әммә автомобиль водителе тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Ике көндә үтмәне енәйәттә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды.                                                  



Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика