Аҙна яңылыҡтары. Киноларҙа ғына бейек тау баштарынан ҡар шыуып төшөүен күрә инек, быйыл иһә үҙебеҙҙә лә шундай хәл теркәлде 05.03.2017

Кем уйлаһын инде бәләкәй генә тауҙан да үлемесле ҡар күскене шыуыр тип. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында көрт аҫтында ҡалып бер баланың ғүмере өҙөлдө. Тағы икәүһе көскә ҡотолоп ҡалған. Ышынмаҫлыҡ хәл шул. Сит илдәрҙә бит саҡырымлаған бейеклектән ҡар шыуып тотош ауылдарҙы, ҡалаларҙы ҡаплай, ә бында бит тау бейек тә  түгел. Шулай ҙа 10 йәшлек малайҙың ғүмерен ҡыйырлыҡ ҡар йыйылған.

Мәктәптән һуң, ауыл янындағы Алсын-бай тауына шыуырға сыҡҡан дуҫтарҙың береһенең ғүмере өҙөлөр тип бер кем дә уйламағандыр. Бейек тауҙан өйгән ваҡытта, еүеш ҡар ҡатламы балаларҙың өҫтөнә  ишелеп төшә. Тулҡын икәүһен ситкә алып бәрә, ә бына 10 йәшлек Йәүҙәт Рәжәпов  ҡар аҫтында ҡала. Ваҡытында килеп еткән өлкәндәрҙең дә, медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы был осраҡта көсһөҙ булып ҡала. Бала дауахана юлында вафат була.
Дүртенсе класс уҡыусыһы ғаиләлә көтөп алынған ир бала, әсәһенең ярҙамсыһы, өс туғанына терәк-таяныс була. Урамға уйнарға сыҡҡан ғына бала кире әйләнеп ҡайтмай.  Бәлә аяҡ аҫтында ғыны булып сыға. Өлкәндәргә был хәлде  башҡаларға  иҫкәртеү итеп ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Ауыл ерендә баланың ҡайҙа уйнағаны, кем менән йөрөгәне бик һирәк ҡыҙыҡһындыра шул. Ата-әсәнең үҙ эше, көндәлек мәшәҡәттәр, мал-тыуар. Ғәҙәттә, балалар үҙ иркенә бирелгән. Был ваҡиға тыныс ауыл ерендә йәшәүгә ҡармаҫтан, ата-әсәлдәргә ихтибарлыраҡ булырға тағы бер һабаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика