Аҙна яңылыҡтары. Күңелһеҙ статистиканы был аҙнала Дыуан районы ла тулыландырҙы

Аҙна яңылыҡтары. Күңелһеҙ статистиканы был аҙнала Дыуан районы ла тулыландырҙы 07.05.2017

Салғыя ауылында бер юлы алты йорт янып юҡҡа сыҡты. Ун биш кеше торлаҡһыҙ тороп ҡалды. Фажиғә сәбәбен ут төртөү тип тә фаразлайҙар.

Бәлә 3 майҙа сәғәт ун икелә башлана. Салғыя ауылының Октябрь урамында янғын сыға.  Юлиә Кисилева ул көндө  тыныс ҡына хәтерләй алмай. Һарай артынан төтөн күтәрелә, ялҡын телдәре эргәләге бесәнгә, ағасҡа үрмәләй. Ағас ылыҫтарына тоҡанған ут ел менән ситкә тарала. Һарайҙағы ике быҙау менән сусҡа бәрәсе яна. Йортто ут ялмай. Юлия документтарын ғына алып сығып өлгөрә. Ул өс балаһы менән урамда ҡалған.
Наталья Анатольевна янғын ваҡытында Екатеринбургта эштә булған.Ҡайтыуына өйө, мунсаһы көл-күмергә әйләнгән.Ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтенән бер нәмә лә ҡалмаған. Бер төндө таныштарында ҡунған ханымды артабан ҡайҙа барырға тигән һорау борсой.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына райондың янғын һүндереү хеҙмәтенән туғыҙ берәмек техника һәм ун биш янғын һүндереүсе килә.  
Ҡотҡарыусылар  көслө ут менән өс сәғәттән ашыу көрәшә, бөтә ауыл халҡы күтәрелә. Урам буйлап килгән ялҡын телдәрен ауыҙлыҡлауҙа мәктәп уҡыусылары ла ярҙам итә.  Геннадий Колобовтың һарайына  ут тоҡана. Хужалар йорт йыһаздарын, бөтә булған әйберҙәрен урамға ташып өлгөргән.    
Ҙур янғында 15 кеше, шул иҫәптән 4 бала торлаҡһыҙ ҡалған.  Күбеһе документтарын алып сығып өлгөргән. Әлегә бөтә ғаиләләр ҙә туғандарында урынлашҡан. Малдар көтөүҙә булып ҡалған. Матди зыян күләме яҡынса 6,5 миллион һумға баһалана. Иң мөһиме - һәләк булыусылар юҡ.
Ғәҙәттән тыш хәл  сәбәптәре асыҡланмаған. Уның ут төртөү һөҙөмтәһендә сыҡҡан булыуы ла ихтимал. Был фараздарҙың береһе генә, ти урындағы белгестәр.
Ауылда янғын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге ғаиләләргә йылы кейемдәр менән ярҙам итә, шулай уҡ һәр йорт хужаһына ун мең һум аҡса биреләсәк. Дыуан районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре  бер көнлөк эш хаҡын күсергән, Ҡариҙел районы хәйриә фонды 120 мең һум тапшырған. Зыян күреүселәргә һәр кем аҡсалата ярҙам күрһәтә ала. Райондың социаль үҫеш буйынса хәйриә фонды махсус иҫәп асҡан, уны һеҙ экранда күрәһегеҙ. Урындағы эшҡыуарҙар  ҙа был изге эштә  әүҙем ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар  тапшырылған. Дыуан район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, һәр ғаиләгә йорт һалыу өсөн урмандан делянкә бүлеп бирелә. Ағасты сығарыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк. Подрядсы ойошма менән торлаҡты ташламалы хаҡҡа төҙөүгә килешеү төҙөлә. Бер сәғәт эсендә ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтен  юғалтыусыларға яңы нигеҙҙә яңы тормош башларға тура киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика