АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Дүшәмбе Чечен республикаһына Сүриәнән махсус авиарейс ҡайтты

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Дүшәмбе Чечен республикаһына Сүриәнән махсус авиарейс ҡайтты 19.11.2017

Борт Рәсәйҙә тыйылған ислам дәүләте менән һуғыш барған сит илдән ҡырҡтан ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙы алып ҡайтты. Улар барыһы ла беҙҙең ватандаштар. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм сабыйҙар. Ҡасандыр радикаль дин тәьҫиренә бирелеп  һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙ ғаиләләре.

Улар араһында Башҡортостандан балалары менән  ике ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Рәминә Шәрипова менән Руфина Лапшинаны балалары менән бергә сит илгә   Ислам дәүләте террор төркөмө идеяларын яҡлаусы ирҙәре алып сыҡҡан. Ярай ҙа һуғыш беҙҙән йыраҡта, беҙгә ҡағылмай, тип үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ. Эләгә икән сыбыҡ осо. Мәҫәлән, Сүриәлә террорсылар яғында өс мең ярымдан ашыу Рәсәйле һуғыша тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Ысынбарлыҡта нисектер, хатта, күҙ алдына ла килтерге килмәй. Һәр хәлдә иң күп боевиктарҙың беҙҙең илдән икәнлеге билдәле. Ә был күренеш  инде ир- егеттәрҙең ҡорал алыуына дини идеялар ғына түгел, башҡа социаль нигеҙҙәрҙең дә сәбәпсе булыуына дәлил. Шул уҡ иҡтисади көсөргәнешлек, эшһеҙлек һәм аҡсаһыҙлыҡ та. Социаль-иҡтисади хәлдәрҙе беҙ үҙгәртә алмайбыҙ, әммә дин юлына баҫҡан  яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ була алабыҙ. Сөнки , күп осраҡта тап ошо юлда яҙлыҡтырыусылар күп. Башҡортостанға ҡайтарылған балалар һәм ҡатындарҙың да ирҙәре ислам ҡабул иткәс Сүриәгә китә.
Ирҙәре вафат булғас улар күп тапҡырҙар тыуған илдәренә ҡасырға тырыша, төрмәләргә эләгә.  Әсәләр әле булһа ике йыл ярым дауам иткән михнәттәренең тамамланыуына ышанмай.
Һуңғы дүрт айҙа Рәсәйгә Ираҡтан һәм Сүриәнән 90-дан ашыу кеше, шул иҫәптән балалар  ҡайтарылған. Исемлектә Башҡортостан, Дағстан, Чечен Республикалары, Орел ҡалаһы вәкилдәре, шулай уҡ Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан граждандары. Ғәйептәрен таныусылар булараҡ, балалары менән ҡайтҡан Рәсәй граждандары ҡануниәт алдында  яуаплылыҡтан ҡотҡарыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку