Аҙна яңылыҡтары. Дүшәмбе баш ҡаланың Армауыр урамында «Киа Спектра» автомобиле шартланы

Аҙна яңылыҡтары. Дүшәмбе баш ҡаланың  Армауыр урамында «Киа Спектра» автомобиле  шартланы 03.09.2017

Ғәҙәттән тыш хәлдә транспортта ултырған ир ҡазаланды.   Шаһиттар төшөргән видеояҙманан күренеүенсә, шартлау һөҙөмтәһендә уның аяҡтары өҙөлөп төшкән тиерлек. Ҡоро һөйәктәр генә ҡалған.

Анатолий Петров, ваҡиға шаһиты: «Тауыш ишетелеү менән ярҙамға ашыҡтым. Тәү ҡарашҡа газ баллоны шартлағанға оҡшаған ине. Һуңынан шартлау водитель креслоһы аҫтында булыуы асыҡланды. Сөнки рулдә ултырған ирҙең аяҡ табандары өҙөлгәйне. Үлтерергә маташыу булғандыр, тип уйлайым».
Асыҡланыуынса, автомобилдә полицияла эшләп киткән, әлеге ваҡытта адвокат ярҙамсыһы  Сергей Кожевников ултырған була. Эксперттар был шартлауҙы зыян күреүсенең һөнәренә бәйле тип фаразлай. Шаһиттар әйтеүенсә, водитель аңында саҡта портфелен һораған. Тәфтишселәр иһә ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Үлтерергә маташыу һәм шартлатҡыс матдәләр ҡулланыу.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш  комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Тәфтишселәр фаразлауынса , үлтерергә маташыу  һөнәри эшмәкәрлеккә , йә шәхси мөнәсәбәттәргә бәйле .Теүәл генә билдәләнмәгән.  Әле енәйәт ҡылыу  сәбәптәре асыҡлана».
Зыян күреүсе әле дауаханала. Табиптар уның аяҡтарын ампутациялаған. Ирҙең хәле үтә ауыр тип баһалана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку