Аҙна яңылыҡтары. Дәүләкән районында бар ауылды ҡурҡытып тотҡан ир 80 йәшлек оло йәштәге ҡатынды туҡмап үлтергән

Аҙна яңылыҡтары. Дәүләкән районында бар ауылды ҡурҡытып тотҡан ир 80 йәшлек оло йәштәге ҡатынды туҡмап үлтергән 13.11.2016

Һуңынан ул ҡорбанының кәүҙәһен яҡындағы сүп-сар полигонына күмгән. Һәр хәлдә ир үҙе шулай тип белдерә. Был ҡылығын ул береһенән дә йәшермәй . Фажиғә тураһында билдәле булыу менән ауыр енәйәт ҡылыусы үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Әммә бер айҙан ашыу ваҡыт үтһә лә, ситтән күсеп килгән ир һаман да һаҡ аҫтына алынмаған. Мәрхүмәнең яҡындары ғәҙеллек эҙләп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Ахыр сиктә, улар  беҙҙең редакцияның телефон һандарын йыйырға ҡарар иткән.

Яңы ғына әсәһенең ҡырҡын үткәргән Люциә ханымдың күп илауҙан күҙ йәштәре лә ҡалмаған. Сөнки уға көн һайын тиерлек яҡынының ғүмерен ҡыйған ир менән йәнәш йәшәргә тура килә. Фажиғә көнөндә лә уның әсәһе  Ольговка ауылындағы баҡсаға килә. Әммә бер нисә сәғәттән уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт тарала. Шик шунда уҡ күршелә генә йәшәгән иргә төшә. Ул да тәфтишселәргә ҡатынды нисек итеп туҡмауы һәм кәүҙәне ҡайҙа йәшереүе тураһында түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.
Хоҡуҡ һағында тороусылар енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алыуын алған. Әммә бер нисә көндән улар ирҙе иреккә сығарып ебәргән. Сөнки ҡатындың ғүмере йөрәк туҡтауҙан өҙөлгән тигән ҡарар сығарылған. Әммә мәрхүмәнең яҡындары бындай фекер менән бөтөнләй килешеп етмәй.
Барыһын да ҡурҡытып тотҡан ирҙең бынан алда ла яуаплылыҡҡа тарттырылыуы билдәле. Ул хатта, бер йылға иркенән мәхрүм ителгән булған. Әле лә ауылда йәшәүселәрҙең береһе лә ситтән күсеп килеүсе менән аралашырға теләмәй. Улар барыһы ла  уның  өйөн урап үтергә күнеккән.
Үҙ ғәйебен таныһа ла ир ни өсөн һаман да иректә йөрөй тигән һорау менән беҙҙең ижади төркөм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте. Әммә уларҙан аныҡ ҡына яуап алып булманы. Нисек кенә булмаһын, ауылда йәшәүселәр енәйәт ҡылыусының тейешле яза аласағына ышаныс белдерә. Ир генә ҡатындың яҡындарынан ғәфү үтенергә ашыҡмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика