Аҙна яңылыҡтары. Берәҙәк йорт хайуандарын аулауға Өфө ҡалаһы ун өс миллион һум бүләсәк

Аҙна яңылыҡтары. Берәҙәк йорт хайуандарын аулауға Өфө ҡалаһы ун өс миллион һум  бүләсәк 09.04.2017

Был аҡсаларға 8 меңдән ашыу эт һәм өс меңгә яҡын бесәй тоторға планлаштырыла. Тик шуныһы, йыл да тиерлек миллиондарса һум аҡса бүленеп тә ҡала урамдарында берәҙәк хайуандар кәмемәй. Ә аҡса тотонола. Яҙлы-көҙлө урам хайуандары ишәйеүе күҙәтелә. Һуңғы ваҡытта эттәргә генә түгел, кешеләргә лә йәшәүе еңел түгел. Иҡтисади ҡыйынлыҡтар ни тиһәң дә...

Хужаһының килеме ҡыҫҡарыуы тәү сиратта эттәр яҙмышында сағыла. Кәрәкмәгән сығымды күптәр радикаль рәүештә ҡыҫҡарта. Һөҙөмтәлә урам эттәре арта, улар араһында тоҡомлолары, башмаҡ кеүек эре төрҙәре лә барлыҡҡа килде. Этлек күргән эт, үсләшә башлай, йыртҡысҡа әйләнә. 2014 йыл аҙағындағы Өфөнөң Орджоникидзе районындағы ваҡиғаны ғына иҫкә алайыҡ, ул осорҙа эт тешенән үҫмер баланың ғүмере өҙөлдө. Был аҙнала Бәләбәй районы Приютов ҡасабаһында хужаһыҙ эттәр 20-ләп йорт ҡуянын тамаҡланы. Кем ғәйепле һуң тоғро дуҫтың, аяуһыҙ йыртҡысҡа әйләнеүенә, эт хужаларының яуаплылығын нисек арттырырға? Мәсьәләне хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин асыҡларға тырышты.
Был видеояҙмалар бер нисә көн элек Өфө үҙәгендә төшөрөлгән. Тәбиғәт ҡушыуы буйынса урамға сыҡҡан эттәр, тотош биҫтә халҡын хафаға һалған. Яҙма авторы Гөлшат ханым дүрт аяҡлылар өйөрө иртәле- кисле тынғы бирмәй тип билдәләй
Өфө эргәһендәге ауылдарҙың береһендә йәшәүсе Айҙар Хөсәйенов урам эттәренең күплегенә зарлана. Улар ихатаға үтеп инә. Балалар иркенләп мәктәпкә бара алмай тип борсола ул.
Урам этенә әйләнгән эт йыш ҡына үсләшә, кешегә зыян килтереүҙән дә тартынмай тигән фекерҙә белгестәр. Был аҙнала Бәләбәй районында теркәлгән осраҡ быға асыҡ миҫал. Приютов ҡасабаһында йорт ҡуяндары ҡараусы Черепахиндар ихатаһында улар бер төн эсендә ике тиҫтәләп шеш ҡолаҡты тамаҡлаған.
Лидия Черепахина, Приютов ҡасабаһында  йәшәүсе: «Ошо иң бәләкәй ҡуян ғына иҫән ҡалған. Ул күршеләрҙең һарайына ҡасып ҡотолған. Миңә әйткәстәр барып саҡырҙым, тауышымды ишетеп яныма йүгереп килде, бигерәк ҡулға өйрәнгән мәхлүктәр».  
Йыртҡысҡа әйләнгән йорт хайуандарынан  халыҡты ҡурсалау маҡсатында урындағы хакимиәт һунарсылар менән килешеү төҙөгән. Быйыл ғына улар 40 берәҙәк эткә  ҡарата ҡәтғи саралар ҡулланған.
Өфөлә әле 20 мең самаһы урам эте иҫәпләнә. Уларҙы аулау, хәүефлеләрен йоҡлатыу менән махсус автохужалыҡ муниципаль предприятиеһы шөғөлләнә.
Эт ҡулға эйәләштерелгән тәүге йән эйәләренең береһе. Быуаттар дауамында улар кешеләргә хеҙмәт иткән. Һунарға йөрөгән, мөлкәт ҡарауыллаған, көтөү көткән, ил сиген һаҡлаған. Хужалары уларҙы тоғролоғо өсөн ярата. Әммә заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, был сифатты кешелек хәҙер өнәп етмәй. Алдашыу, мутлашыу, төп башына ултыртыу төшөнсәләре өҫтөнлөк иткән осорҙа, этте билдәһеҙ урынға илтеп олаҡтырыу бер ниҙә тормай. Ғәмәлдәге закондарҙа яуаплылыҡ ҡаралмаған. Хужаларҙың выждан ғазабы юҡ икән, уны ҡанун ярҙамында  уятыу мөһим тигән фекерҙә белгестәр. Эт ҡараусыларҙың этлегенә ҡаршы әле закон проекты әҙерләнә.
Ҡулға эйәләштерелгәндәр өсөн беҙ яуаплы тигән аҡыл эйәләренең береһе. Урам эттәре тәү сиратта кешеләрҙең шәхси әҙәп һәм әхләҡ мәсьәләһе лә. Уны хәл итеү өсөн һәр кем ихатаһындағы йәки йортондағы йән эйәһенә иғтибарлыраҡ булыуы һәм  тоғролоҡҡа хыянат менән яуап бирмәүе мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку