Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда былтыр 2 миллион 7 йөҙ мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған 28.05.2017

Был - меңдәрсә тонна ҡом, ҡырсынташ тигән һүҙ. Ҡеүәтле компаниялар, бәлки, материалдарҙы рәсми юл менән алалыр ҙа, ә бына шәхси  төҙөлөштә ни тиклем арзан-шул тиклем яҡшыраҡ. Ә арзан материалдар – «ситләтеп» килтерелгәндәр. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың күпселек өлөшө шәхси ҡулдарға тура килеүен күҙ уңында тоҡанда ни тиклем ҡом менән ҡырсынташтың «ситләтеп» ҡулланылыуын фараз итергә генә ҡала.

Бында 2 миллион 7 йөҙ мең менән генә сикләнеп ҡалмайҙар. Тәбиғәткә уңалмаҫлыҡ яра һалына, ә дәүләт мөлкәтенән, аҡсаларҙан ҡолаҡ ҡаға. Уның ҡарауы, урлашыусылар байыға... Ябай ҡом да алтынға әйләнә.Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән Өфө тирәһендә генә Ағиҙел ярында осо- ҡырыйы күренмәгән рөхсәтһеҙ карьерҙар барлыҡҡа килә. Уларҙы тота килеп ябып та булмай. Аҡса сығарылған ерҙә «ҡыйыҡ» та ныҡлы, текә була. Шул уҡ ваҡытта ябай кеше бер көрәк ҡом, ҡырсынташ алһа ла яуапҡа тарттырылыуы ихтимал.
Әйткәндәй, дөйөм ҡулланыштағы ҡаҙылма байлыҡтарҙы һатыусыларҙың эш даирәһе киңәйә генә. Иглин районында бурҙар торф ятҡылыҡтарын урлап һата башлаған. Ауыл халҡы түгел әлбиттә, ситтән килеүселәр. Урындағы халыҡ, киреһенсә, уларға ҡаршы сыға. Торф ҡара эҙе ҡайҙа илтә һәм рөхсәт карьерҙарҙың зыяны  ни тиклем ҙур?
Бер йыл элек был урында шаулап ағастар үҫкән, ауыл халҡының малы йөрөгән. Декабрҙә билдәһеҙ кешеләр килеп, торф сығара башлай. Һөҙөмтә күҙ алдында: ер вәхшиҙәрсә мәсхәрәләнгән. Урындағы халыҡ был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп, полиция органдарына мөрәжәғәт итә. Тик һаман да ыңғай үҙгәреш юҡ, тип борсола улар.
Владимир Семенов, Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүсе: «Ула кемдән рөхсәт һораған? Ауыл халҡының береһе лә бында ниндәйҙер эш алып барыласағы тураһында хәбәрҙар түгел ине. Беҙҙең танау осонан сиратлап йөк машиналары үтеп китә. Һаталар, ә бит тейәгән торфтың хаҡы ете-һигеҙ мең һумдан кәм түгел. Сығарылған был торф үҙе лә миллиондарса хаҡ тора. Тәбиғәт байлығына ҡул һуҙып, еребеҙҙе биреп, кемде байытабыҙ?!»
Ауыр йөк машиналарының юл ҙҙәренә ҡарағанда бында законһыҙ эш әле лә дауам итә. Көндән-көн ҙурайған карьер Татьяна Суфиянованы ла борсой. Сөнки торф карьеры уның участкаһына терәлеп тигәндә!й ҡаҙылған. Яҙғылыҡҡа соҡорҙо кәртәләп ҡуйырҙар, тигән вәғәҙәләр ҙә буш булып сыға. Ауыл халҡы сараһыҙҙан бала-саға менән күңелһеҙ хәл була ҡалмаһын, ҡыуған малдары теүәл ҡайтһын өсөн көн әйләнәһенә дежурҙа тора. Ә бит ҡола яланға сығарылып ташланған торфтың тағы ла хәүефлерәк яғы бар.
Ауыл халҡының күҙ алдында алып барылған законһыҙ эшҡыуарлыҡ хаҡында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ла хәбәрҙар. /Тик тәбиғәттең йәме китә тигән фекер менән улар килешмәй./??? Яҙғы осорҙа һыу буйҙарында ниндәй ҙә булһа эш алып барыу бөтөнләй тыйыла, ти улар. Дәүләткә килтерелгән зыян күләме лә аныҡ ҡына билдәһеҙ. Шулай ҙа баҙарҙа бер йөк машина ҡомдоң ун мең һумға тиклем етеүе билдәле. Әгәр көнөнә бер рөхсәтһеҙ карьерҙан ғына утыҙ-ҡырҡ рейс ташылған хәлдә лә ситкә киткән килем ярты миллион һумға яҡынлаша.
Закон боҙоусыларға хөкөм бар. 3 майҙа суд ултырышы Ағиҙелдә карьер ҡаҙыусыларға өс һәм дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығарҙы. Бәлки, бар уғрыларҙы ла иркенән мәхрүм итә башлағанда тәбиғәткә хилафлыҡ килтереүселәр кәмей башлар?

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика