Аҙна яңылыҡтары. Бар улаҡтар ҙа тап-таҙа ине, ямғыр һыуҙары ағырлыҡ коллекторҙар етә, яуым-төшөм генә үтә көслө булды, тип ышандырҙылар Өфө һыу аҫтында ҡалған саҡта

Аҙна яңылыҡтары. Бар улаҡтар ҙа тап-таҙа ине, ямғыр һыуҙары ағырлыҡ коллекторҙар етә, яуым-төшөм генә үтә көслө булды, тип ышандырҙылар Өфө һыу аҫтында ҡалған саҡта 17.09.2017

Тик бына тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ғына кире фекерҙә. Өҫтәүенә, дәлилдәре лә бар. Хоҡуҡ һағында тороусылар баш ҡаланы йөрөп сығып байтаҡ коллекторҙарҙың тығылып тороуын, һыу үткәреү мөмкинлеге насар булыуын асыҡлаған. Ә бит ике йыл элек кенә Өфө ямғыр һыуҙарын ҡотолоу юлдары төҙөүгә 50 миллион һумға яҡын аҡса бүлде тигәйнек. Әллә һүҙҙә генә ҡалдымы был эш, йә булмаһа киреһенсә, аҡса һыуға һалындымы?

Өфөнөң шәхси секторында йәшәүселәрҙең ихатаһы Венецияны хәтерләтә. Тик туристар ғына юҡ. Ҡала халҡы ҡойма ямғырҙар бәләһен онотоп та өлгөрһә, Ветеринар урамында йәшәүселәр уның эҙемтәләренән бөгөнгәсә арына алмай.
Ағыр юлын таба алмаған һыу йортҡа уҡ үтеп ингән. Нәжиә Лоҡманова тәүлек әйләнәһенә оҙон ҡуныслы итектә. Ғаиләнең бөтә йыһазы урынында ҡалған, һыу ҡапыл килгән кеүек, китер тип уйлаған Лоҡмановтарҙың өмөттәре аҡланмай. Был мәхшәр баш ҡаланың шәхси секторында ике аҙна дауам итә.
Баҡтиһәң, көслө ямғыр ваҡытында ер ишелеп торбаны ҡаплаған. Даръя булып аҡҡан һыу юл таба алмай, ихатала урғылып сыҡҡан. Ә бит һыу ағыҙыу селтәрҙәре төҙөк, улар даими таҙартылып тора, ни бары яуым-төшөмдөң үтә көслө булыуы арҡаһында Өфө һыу аҫтында ҡалды тигәйнеләр. Ә республиканың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы киреһен иҫбатланы.
Гөлнара Баязитова, Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Ҡалала хужаһыҙ һыу ағыҙыу селтәрҙәре барлығын асыҡланыҡ. Был коллекторҙарҙы берәү ҙә тикшермәгән, күптән ремонт та эшләнмәгәнлеге асыҡланды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса судҡа ғариза менән мөрәжәғәт иттек. Унда Өфө ҡала хакимиәтенә хужаһыҙ селтәрҙәрҙе иҫәпкә алырға һәм ҡала территорияһында һыу ағыҙыу системаһынының схемаһын булдырырға тигән талап ҡуйылды».
Кире ҡаға алмаҫлыҡ дәлилдәр булғанда, ҡала хакимиәтенә лә ғәйепте таныуҙан башҡа сара ҡалманы. Баҡтиһәң, Өфөлә хужаһыҙ коллекторҙар байтаҡ.
Әйткәндәй, ике йыл элек ҡалала канализация селтәрҙәрен төҙөүгә 42 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә тигәйнеләр. Һәр хәлдә, был хаҡта киң мәғлүмәт саралары шулай тип хәбәр таратты. Һыу улаҡтары ҡайҙалыр төҙөлдөмө был аҡсаға, әллә аҡсалар һыуға һалындымы?
Ҡала хакимиәтендә аномаль яуындар арҡаһында хужалыҡҡа 41 миллион 500 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән. Ҡыҙыҡ. Ике йыл элек өҫтәмә коллекторҙар төҙөүгә бүленгән аҡса күләме. Ул ваҡытта һыуға һалынған аҡсалар шулай өҫкә ҡалҡып сыҡтымы? Билдәһеҙ...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку