Һаҙ итектәре менән, кәмәләргә ихтыяж арта

Һаҙ итектәре менән, кәмәләргә ихтыяж арта 21.04.2017

Ишембай районы Байғужа ауылында тиҫтәнән ашыу йорт-ҡураны һыу баҫҡан. Ә Күгәрсен районында Оло Эйек йылғаһындағы көслө ташҡындан  Үрге Мөрсәләй ауылы халҡы ыҙа сигә.

Ауыл эргәһенән аҡҡан Тәйрүк йылғаһы йылдағыса ярҙарынан сығып, Арал урамына үтеп ингән. 11 йорт һыу эсендә ҡалған. Урам аша һаҙ итектәре кейеп йөрөү түгел, автомобилдә лә үтермен тимә. Халыҡтың күҙ төбәп торған берҙән-бер ҡотҡарыу сараһы - кәмә. Балаларға мәктәпкә, баҡсаға юл өҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ташҡындан зыян күреүселәргә ваҡытлыса йәшәп тороу пункттары тәҡдим итә. Тик байғужалар эвакуациянан баш тартҡан.
Күгәрсен районында ла ҙур һыу арҡаһында Үрге Мөрсәләй ауылының бер өлөшө ярымутрауҙа тороп ҡалған. Оло Эйек йылғаһы былтыр ҙа ныҡ ташҡан була. Әле тиҫтәгә яҡын йорт хәүеф зонаһында ҡала. Һыу баҫҡан өй хужаларына ваҡытлыса йәшәп торор өсөн шарттар бар. Тик  әлегә унда ни бары бер кеше - 80 йәшлек оло йәштәге ханым ғына  күсенергә ризалыҡ биргән. Шәхси хужалыҡтарҙағы малдар хәүефһеҙ урындарға күптән күсерелде, ти ауыл старостаһы Азамат Ҡотлогилдин.
Оло Эйек кимәле бер тәүлек эсендә 29 сантиметрға күтәрелеп 2007 йылда теркәлгән иң юғары күрһәткескә етә. Әлегә биш ауыл хәүеф зонаһына ҡарай, бынан тыш, Ағиҙел йылғаһы ла ташыуы мөмкин.
Валерий Павлов, Күгәрсен районы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе: «Унда бөгөн секундына 700 куб һыу ағыҙыла. Барыһы ла контролдә. Һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында урындағы халыҡты алдан иҫкәртеү саралары үткәрелгәйне, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре барыһына ла мәғлүм. Зарланыусылар күп түгел. Йылға буйҙарында мониторинг алып барыла».
Социаль селтәрҙәрҙәге видеояҙмаларҙан күренеүенсә, Өфө районында йәшәүселәр ҙә ҙур һыуҙан интегә. Тәүеш йылғаһы ярҙарынан сығып, Грибовка ауылын оло юл менән тоташтырған арауыҡты йыуа. Йылдағыса халыҡ цивилизацияһыҙ тороп ҡалған. Стәрлетамаҡта йәшәүселәр ҙә Ашҡаҙарҙың ташыуын билдәләй. Ҡайһы бер ауылдар эргәһендә ҙур күлдәр хасил булған. Әйткәндәй, Башҡортостанда заманса техника ярҙамында ҙур һыу менән көрәш алып барыла, 200 меңгә яҡын кешегә ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. Халыҡҡа ярҙамға ике меңгә яҡын ҡотҡарыусы килергә әҙер.
Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт  комитеты рәйесе: «Һыу баҫыу янаған биләмәләрҙә хәүефһеҙлек саралары алдан күрелде. Тәүгеләрҙән булып Инйәр йылғаһы бассейнына  авиация разведкаһы ойошторҙоҡ, 10 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда боҙ ҡарайтылды, күперҙәр янында бысыу, артабан шартлатыу эштәре башҡарылды. Был Ғәбдүк, Усманғәле, Инйәр ауылдары эргәһендә ташҡын көсөн кәметергә булышлыҡ итте. Ошондай уҡ эш Башҡортостандың һыу баҫыу хәүефе янаған барлыҡ йылғаларында ла уҙғарыла».
Майҙың тәүге көндәрендә ташҡындың иң көслө мәле булыр тип көтөлә. Шулай ҙа хәүефләнергә сәбәп юҡ, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика