Һаҡ булығыҙ, мышы!

Һаҡ булығыҙ, мышы! 12.09.2014

Бөгөн Яңауыл - Өфө трассаһында юлға килеп сыҡҡан мышы LADA Priora автомобиленең өҫтөнә барып менә.  

Автомобиль ҡаршы һыҙаттағы Өфө яғынан килгән 15-се моделле ВАЗ машинаһына барып төкөлә, уның руле артындағы ҡатын шунда уҡ һәләк була. Уларға арттан тағы бер автомобиль килеп бәрелә. Биш кеше тән йәрәхәттәре ала. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы водителдәрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡыра.
Глеб Егоров, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгесе: «Әле мышыларҙың аталаныу осоро бара, был мәлдә улар бик әүҙемләшә. Транспортты ла, кешеләрҙе лә күрмәй. Шуға күрә юл йөрөүселәргә уяу булырға кәрәк, айырыуса төнгө ваҡытта. Республикала ҡырағай хайуандар ҡатнашлығынды йыл һайын 60-лап юл фажиғәһе теркәлә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку