Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар 27.06.2016

Автомобиль алғанда алданып ҡуймағыҙ!Беҙҙең редакцияға  "Өфө моторс" компанияһында  еңел автомобиль һатып алыусылар шылтыратты. Улар түбән,   юғары комплектлы машиналарҙы  бутап һатыуға,техник һәм һәм  башҡа етешһеҙлектәргә  зарлана. Дәғүә белдереүселәр республиканан ғына түгел.

Февраль айында  арзаныраҡ хаҡҡа  машина һатып алыу теләге менән  Наталья Дияковская Силәбе өлкәһенән Өфөгә килгән. "Өфө моторс" компанияһынан ул тотонолған еңел автомобиль алып ҡайта. Тик тимер ат ярты юлда уҡ боҙола.

Сергей Осипов белдереүенсә,  "Өфө моторс" компанияһында уға ике литрлы автомобиль урынына 1,2 литрлыһын һатҡандар. Машинаға документты иң һуңынан ғына сығарып биргәндәр, уны ҡайтҡас уҡып ҡараһа, ир үҙенең төп башына ултырыуын аңлай.

Өфөлә йәшәүсе Татьяна әйтеүенсә, уға  ҡиммәт хаҡҡа  түбән комплектлы  сит ил машинаһы һатҡандар.  Килешеүҙәр "АТЦ-ҺАМАР"  һәм "АТЦ -ГРУПП" компаниялары исеменән төҙөлгән.

Автосалон етәксеһенә шылтыраттыҡ. Уның белдереүенсә, һатып алыусылар менән бындай хәл бары осраҡлыҡ ҡына.  

Шулай ҙа, асыҡлыҡ индереү өсөн  еңел автомобиль алыусылар булып юрист менән автосалонға барҙыҡ.

Беҙгә кәрәкле комплектлы автомобилдең  ҡаланың икенсе осондағы келәттә барлығы   хаҡында әйттеләр. Машина һатып  алыу тураһындағы документтар ҙа уны килтергәс кенә әҙер була. Тик иң тәүҙә автосалон бүләк биреүе тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыу талап ителә. Бүләктән кем баш тартһын? Һатып алыусы тап шулай тоҙаҡҡа эләгә лә инде.    

Юрист билдәләүенсә, бүләк тәҡдим итеп һәм уға ҡуша  тимер ат торған сумманы кассаға  шунда уҡ түләтеү менән автосалон кешеләрҙе кәкре ҡайынға терәй. Өҫтәмә килешеүгә ярашлы һатып алыусы кире аҡсаһын да ҡайтарып ала алмай һәм дәғүә белдереүе лә бушҡа ғына. Бер һүҙ менән әйткәндә, компания төймәләй бүләк биреп  ҡулланыусыларҙан дөйәләй файҙа күрә.Дүрт тәгәрмәсле ат һатып алғанда  документтарҙы юридик белемле кешегә күрһәтергә, техниканы яҡшы аңлаған кеше менән һайларға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика