Ағас олононда наркотик

Ағас олононда наркотик 07.08.2014

Тәртип һаҡлау органдары тилерткес матдә йәшерелгән урынды асыҡланы.

Өфө ҡалаһында үлем менән сауҙа итеүсе 23 йәшлек егет ҡулға алынды. Ул синтетик наркотиктар таратыу менән шөғөлләнгән. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, уҡымаған да. Наркотиктар менән сауҙа итеү уның төп табыш сығанағы булған. Ҡулға алыныусы тилерткес матдәләрҙе  йәшерен урындар аша сауҙаға сығарыуын да билдәләгән. Тикшереү барышында Ағиҙел ярында үҫкән тирәк олононда йәшерелгән 100 грамм самаһы синтетик наркотик табылды. Был айырыуса ҙур күләм тип иҫәпләнә. Ҡулға алыныусы наркотикты ағас олононда һаҡлау сәбәбен аныҡ ҡына әйтә алмаған, «ҡара көн»гә ҡалдырҙым тигән аҡланыуын тәфтишселәр ҡабул итмәгән. Әле осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика