9 майҙа Башҡортостандан полиция хеҙмәткәрҙәре Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күрҙе

9 майҙа Башҡортостандан полиция хеҙмәткәрҙәре Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күрҙе 10.05.2016

Был турала бөгөн интернет-агентлыҡтар хәбәр итә. Грозный ҡалаһындағы контроль-үткәреү пунктындағы шартлау ваҡытында алты кеше йәрәхәтләнә, уларҙың икәүһе ауыр хәлдә. Терракттың видеояҙмаһы интернет селтәрендә сыҡҡан. Йөрәгенә ауыр алыусыларҙың был кадрҙарҙы ҡарамауын үтенәбеҙ.

Тәртип һаҡсылары яуыз ниәт менән юлланыусыларҙы Чечен Республикаһының баш ҡалаһына индермәй. Шартлау  үҙен-үҙе үлтереүсе террорсыларҙың береһенән сыға, уларҙың икенсеһе юҡ ителә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, был көндө тәртип һағында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан командировкаға ебәрелгән полиция отряды тора. «Яңылыҡтар» хеҙмәте был хәлде артабан да күҙәтеп барасаҡ. Яңы мәғлүмәттәр алдағы сығарылыштарҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку