6  ғинуар төнөндә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе тәжрибәле юл хәрәкәте инспекторҙарын да тетрәтә 10.02.2016

Киҫкен сюжетлы триллерҙы хәтерләткән юл-транспорт һәләкәте 30 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙә.  «Хендай акцент» автомобиле  менән юғары тиҙлектә  идара итеүсе ир Өфөнөң Жуков урамынан йортона табан юлланыусы Азамат Маликовты бәрҙерә. Салонда водителдең  ҡатыны ла була. Ирле-ҡатынлы енәйәт урынынан ҡасып, һәләк булған йәйәүлене гараждар араһына йәшерәләр. Таңға ҡарай бәләгә тарыусының кәүҙәһенә ҡарауылсы юлыға. Шул уҡ ваҡытта һәләкәттә ҡатнашлығы булған ғәйеплеләр һаманғаса иректә.

6 ғинуар төнгө сәғәт ике тула егерме минуттарҙа Сельская Богородская урамынан Жуков урамындағы авторемонт бинаһы ҡаршыһына табан юлды аша сығып барған Азамат Маликовты юғары тиҙлектә елдереүсе «Хендай-акцент» автомобиле водителе бәрҙерә. Көслө бәрелеүҙән йәйәүленең кәүҙәһе машинаның алғы тәҙрәһен емереп, салон эсенә ҡаҙала. Әммә был  водителде туҡтатмай. Ул  Жуков урамына табан хәрәкәт итеүен дауам итә.
Сельская Богородская урамындағы күперҙән Жуков урамының авторемонт бинаһы яғына табан юл аша сығыусы Азамат Маликовтың хәрәкәте видео теркәү аппаратына яҙылған. Юл-транспорт хәрәкәте инспекторҙары  машинала водителдең тормозға баҫҡан эҙҙәре юҡлығын раҫлай. Ун минут самаһы ваҡыт арауығында енәйәт ҡылған ир машинаһына ҡаҙалған ҡорбанын Новоженов урамының 92-cе йорто эргәһендәге гараждар араһына күмеп китә. Кәүҙәне йәшереп сүп-сар өйөмө менән ҡаплайҙар. Ҡара эш фашлана. Азамат Маликовтың дуҫтары үҙаллы тикшереү эштәре башлай, полиция хеҙмәткәрҙәренә енәйәтселәрҙе асыҡлауҙа ярҙам итә.
Утыҙ йәшлек Азамат Маликовтың ата-әсәһе улдарын юғалтыу ҡайғыһын ауыр кисерә. Азамат бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмаған. Атаһы юлынан китеп, машиналар ремонтлаған. Бер юлы ике ерҙә эшләгән. Йәш атаның биш йәшлек улы ҡалған. Енәйәт ҡылыусы ир лайыҡлы язаһын алырға тейеш. Тик  нишләптер Азаматтың  иптәштәренән әлегә тиклем һорау алмағандар. Ғәйепһеҙ  кеше үлеме  менән  бәйле енәйәт эшен йәшереп юл-транспорт фажиғәһе кеүек кенә нарыҡлауға ҡайтып ҡалмаһын, бөтәһе лә ғәҙел булһын   өсөн  Маликовтар бар көсөн  һаласаҡ. Улар улдарының үлеменә ғәйепле кеше үҙ язаһын алырға тейеш,тигән фекер яҡлы.
Рулдә ултырыусы ир үҙенең юлдашы, ҡатыны менән машинаға бәрелгән егеткә беренсе ярҙам күрһәтеү урынына юл-транспорт фажиғәһе булған урындан ҡасыу яйын ҡарай. Полиция эҙәрлекләй башлағас ҡына ул үҙ ғәйебен танып полицияға мөрәжәғәт итә. Йәйәүленең  үлеме менән бәйле хәл-ваҡиғаға ҡарата  полиция тикшереү эштәре алып бара.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Был  юл-транспорт фажиғәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Енәйәттә ғәйепләнеүсе суд ҡарары менән административ яуаплылыҡҡа тарттырылды .Әлеге ваҡытта юл-транспорт фажиғәһенең объектив картинаһын асыҡлау маҡсатында күп төрлө тикшереүҙәр дауам итә».
6  ғинуар төнөндә юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған Азамат Маликовтың ата-әсәһе, улдарының үлемендә ғәйеплеләрҙең закон алдында яуапҡа тарттырылыуы өсөн суд аша көрәшәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика