56 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән  Александр Салдаев быйыл февралдә юл инспекторҙарына тағы ла руль артында иҫерек килеш тотола 18.04.2017

Уға хәҙер Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса иң кәмендә 200 мең һум штраф янай. Ике йылғаса иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал. Баҡтиһәң, 30 йәшлек ир бер ҡайҙа ла эшләмәй. Эсеп машина менән идара иткәне өсөн 29 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған, 2064 йылға тиклем үк водитель таныҡлығы тартып алынған.

Бынан тыш, «Урлашыу» статьяһы буйынса ла уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған булған. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы мирауай судында Александр Салдаевҡа ҡарата сираттағы ултырыш үтте. Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныуын таный, әммә журналистар менән аралашыуҙан тупаҫ рәүештә баш тартты. Суд ултырышына ла уның айныҡ килмәүе асыҡланды.
Александр Салдаевтың әлегә ниндәй енәйәти яза аласағы билдәһеҙ. Ғәйепләнеүсе суд ултырышы хаҡында биш көн алдан иҫкәртелмәгән булған. Шуға ҡарар апрель аҙағында ғына сығарыласаҡ. Билдәле булыуынса, йыл башынан республикала юл инспекторҙары тарафынан руль артына иҫерек килеш ултырған ете меңдән ашыу водитель тотолған. Таныҡлыҡһыҙ ҡалыу, штраф түләү бер, ә иң хәүефлеһе тәртип боҙоуҙар аяныслы тамамланыуы ихтимал. Эскән автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан уҙған өс ай эсендә генә 25 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, бер кешенең ғүмере өҙөлә, утыҙҙан ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика