55 йәшлек педофилға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде 12.01.2016

Республиканың Юғары суды ҡарары менән  ул киләһе 18 йылын ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк.  Ир кеше 2005 йылда алкоголь менән мауыҡҡан таныш ҡатынының балаһына  аталыҡ юллай. Ҡыҙға ул  ваҡыттта ни бары 12 йәш тулған була. Ир кеше бер нисә йыл дауамында үгәй ҡыҙын көсләй. Ғәйепләнеүсе  баланың әхирәттәренә лә ҡул һуҙа. Енәйәт үгәй ҡыҙы педофилды фашлап прокуратураға ғариза яҙғыс ҡына асыҡлана.

Ильяс Миңлеғәлиев, Башҡортостан прокуратураһының дәүләт ғәйепләүселәре бүлеге прокуроры: «Демидов Георгий Александрович бәлиғ булмаған ҡыҙҙарға ҡарата енси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды. Һөҙөмтәлә ул 18 йылға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарары ҡаты режимлы колонияла үтәләсәк».
Педофил ғәйебен танымаған. Әммә енәйәт эшендә инҡар ителгеһеҙ дәлилдәр ҙә бар. Әҙәм аҡтығы үҙ ҡылығын видеоға төшөрөргә яратҡан. Эш урынында  һәм кеше араһында  ул тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырланған. Ир кеше программист, проект етәксеһе булыуы ла билдәле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика