50 меңлек әңгәмә

50 меңлек әңгәмә 25.08.2015

Өфөлә йәшәүсе Сәмиә Йосопова телефон мутлашыусылары ҡармағына эләгеп оҙаҡ йылдар йыйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Тик бәхетле осраҡ буйынса оҙаҡҡа түгел. Телефон аферистары хаҡлы ялдағы ҡатынға улы кеше бәргәнен һәм уны төрмәнән ҡотҡарыу өсөн тиҙ арала ҙур ғына сумма аҡса кәрәк булыуын хәбәр итә. Ләкин табышты ҡулдарына төшөрөүҙә мутлашыусыларға таксист егет ҡамасаулай.

Сәмиә Йосопова улы бәләгә тарыуына шунда уҡ ышана. Тауышы шул тиклем оҡшаған ине, ти ҡатын. Шуға оҙаҡ уйлап тормаҫтан ҡара көнгә тип йыйған бөтә аҡсаһын - 50 мең һумды аралашсы таксистҡа тоттороп ебәрә. Тик шунан һуң ғына улына шылтыратып мутлашыусылар ҡорбаны булғанын аңлай.  
Оҫта мутлашыусылар  яҡшы эш итә. Улар ҡатынға трубканы һалмаҫҡа ҡуша, шул рәүешле Сәмиә Йосопова улына ла шылтырата алмай. Туғандары аптырашта ҡала. Әсәйебеҙ һис кенә лә бер ҡатлы түгел ине, ти улар.  
Ярай ҙа пенсионерға уяу аралашсы тап була. Мутлашыусылар аҡсаны уларға илтеү өсөн такси саҡыра, водителгә телефон аша күрһәтмә бирә.
Егет шунда уҡ эштең ҡырын икәнен һиҙеп телефонындағы видеокамераһын ҡуллана. Аҙаҡ эштең шикле булыуын аңлағас хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә.
Илья, такси водителе: «Миңә баштан уҡ был хәл оҡшаманы. Әллә ниндәй күрһәтмәләр бирәләр, аҡсаны тиҙ генә вокзалға килтереп еткер тиҙәр. Аҙаҡ әңгәмәсе уны банк иҫәбенә һал ти башланы. Мин әбейҙе алданылар ахыры, тинем дә полицияға хәбәр иттем».
Водителдең уяулығы мутлашыусыларҙы табышһыҙ ҡалдыра. Әле аҡса хужаһына ҡайтарылған, полиция тикшереү алып бара. Шылтыратыу Новосибирск ҡалаһынан булыуы асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡлаусылар халыҡты һәр ваҡыт уяу булырға саҡыра. Яҡынығыҙ ниндәйҙер бәләгә тарыған тигән мәғлүмәтте мотлаҡ тикшерергә кәрәк.
Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку