5 февралдә Өфө -Ҡабаҡ юлында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеләсәк

5 февралдә Өфө -Ҡабаҡ юлында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеләсәк 12.02.2015

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, ике ғаиләгә лә 100-шәр мең һум аҡса бүленәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғәлә  «Фиат Албеа» йөк автомобиле менән бәрелеште. Авария һөҙөмтәһендә иномаркала ултырған ир менән ҡатын һәм шифаханан ҡайтып барған 8-14 йәшлек ике баланың ғүмере өҙөлдө.  Мәрхүмдәр Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йәшәгән. Республика ярҙамынан тыш, Рәсәй һаҡлыҡ банкы филиалында махсус иҫәп асылған. Әле һеҙ уны экранда күрәһегеҙ. Бөгөнгә Ҡырмыҫҡалы районы халҡы мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә ярҙам йөҙөнән 170 мең һум күләмендә аҡса йыйған.  Төбәк предприятиелары, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре  үҙҙәренең бер көнлөк эш хаҡын күсергән. Ошо сумма иҫәбенә Ҡасимовтар ғаиәләһенең кредит буйынса бурысы ҡапланған, ә Ҡаҙрасовтарҙың йорттарын төҙөп бөтөүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку