5 февралдә Баймаҡ ҡалаһында өс ҡатлы йортта сыҡҡан янғында зыян күреүсе ҡатын Өфөлә Тән бешеү үҙәгендә дауалана

5 февралдә Баймаҡ ҡалаһында өс ҡатлы йортта сыҡҡан янғында зыян күреүсе ҡатын Өфөлә Тән бешеү үҙәгендә дауалана 14.02.2015

Табиптар әйтеүенсә, уға ҡатмарлы операция, артабан оҙайлы реабилитация курсы талап ителә. Уттан ҡатындың бите,ҡулдары ныҡ ҡына зыян күргән. Ә бына газ шартлаған йорт тулыһынса тиерлек төҙөкләндерелгән

Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә яңғыраған көслө шартлауҙан өс ҡатлы йорттоң подъезында тәҙрәләр ватыла, ишектәр  емерелә. Ваҡиға урынына ашығыс рәүештә килеп еткән ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр йортта йәшәүселәрҙе эвакуациялай, утты һүндерә. Фажиғә һөҙөмтәһендә 43 йәшлек ҡатын һәм ике ир зыян күрә. Йортта тиҙ арала төҙөкләндереү эштәре башлана.
Ҡала бюджеты иҫәбенә уттан зыян күргән подъезда ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырылған. Әле төҙөкләндереү эштәре шартлау булған фатирҙа дауам итә. Йортто һыу, электр, йылы менән тәьмин итеү ҙә тергеҙелгән. Бина тышҡы яҡтан да тәртипкә килтерелде тип аңлата район хакимиәте вәкилдәре. Фажиғәлә зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралған.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты фажиғә сәбәптәрен асыҡлауҙы дауам итә. Шартлауға газ ҡоролмаһын ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙоу сәбәпсе булыуы ихтимал.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика