30-сы декабрҙән алып бөгөнгә тиклем рекспубликала 70 урында янғын сыҡҡан

30-сы декабрҙән алып бөгөнгә тиклем рекспубликала 70 урында янғын сыҡҡан 03.01.2018

Утта 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтыр ошо осорҙа  ун алты кеше янғынды һәләк булған. Шулай ҙа тынысланырға ярамай. Ҡотҡарыусылар ғинуарҙың унына тиклем айырыуса эш режимында ҡала.  Был турала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев белдерҙе.

Бөгөн төндә Дим биҫтәһендә лә янғын сыҡты. Ут менән көрәшкә өс берәмек техника һәм һигеҙ ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Янғын һүндереү ваҡытында ике кешенең үле кәүҙәһе табылған. Хөкүмәт оперативкаһында белдереүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр, бәлә-ҡаза былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда әҙерәк. Йылдың тәүге көндәрендә биш үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ыҙғыш сығыу һөҙөмтәһендә шулай уҡ биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Ә бына янғындар киреһенсә, артҡан.
Ә бына торлаҡ -коммуналь хужалыҡ өсөн яңы йыл көтөлмәгән бүләктәр алып килмәне. Шулай ҙа ваҡ авариялар теркәлгән. Бөрйән һәм Саҡмағош райондарында ҡыҫҡа ваҡытҡа электр уты һүнгән. Баш ҡаланың Орджоникидзе районында һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булған. Уның ҡарауы ҡарҙан таҙартыусы техника эшһеҙ тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку