3 июнь иртәһе...

3  июнь  иртәһе... 08.06.2015

Архангел  районы Абҙан  ауылы халҡын  ул кинәт тоҡанған янғын менән тетрәткән. 1969 йылда төҙөлгән йорттоң соланына ут тоҡана. Сәбәбе - иҫкергән электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш. Күмәк балалы  Фәйзуллиндар береһенән-береһе бәләкәстәрен көс-хәл менән ут эсенән ҡотҡара.

Дилә Фәйзуллина һаман да үҙҙәренең иңенә төшкән бәлә менән килешергә теләмәй. Исмаһам, документтарын да алып сыға алмағандар. Барлыҡ көсөн улар балаларын ҡотҡарыуға йүнәлткән. Өсөнсө июнь иртәһендә сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә улар торлаҡһыҙ ҡала. «Әсәлек капиталы»н ҡулланып төҙөгән йорттарына күсергә тип торғанда ғына бөтә донъялары көл-күмергә әйләнә.
Дилә Фәйзуллина, янғындан зыян күреүсе: «Иртәнге һигеҙҙәрҙән һуң солан шытырлап яна башланы. Ялҡын тиҙ арала тотош йортто ялмап алды».
Янғын һүндереүселәрҙе күршеләре Тутыя Абхалиҡова саҡыра. 12 саҡрымды улар 45 минут эсендә үтә. Машиналар һыуҙы эргәләге күлдән тултыра.
Тутыя Абхалиҡова, янғын шаһиты: «Пожарныйҙар тиҙерәк килеп етһәләр, яңы төҙөлгән йортто алып ҡалып булыр ине.Мин өс тапҡыр шылтыраттым».
Бурҙан ҡала, уттан юҡ.  Низаметдин Фәйзуллин көл өйөмө  араһынан ғаилә фотоларын ғына тапты. Ете кешегә документтарҙы яңынан юллап алғандар. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, ғаилә башлығы бәхетһеҙлек алдында бирешергә  тәләмәй. Көҙгә тиклем яңы нигеҙ ҡорорға ынтыласаҡ.
Күмәк бала тәрбиәләүсе Фәйзуллиндарға килгән бәләне ил менән күтәргәндәр. Ауыл хакимиәте ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин иткән. Фәйзуллиндар әлеге көндә ғаиләһе менән балалар баҡсаһы бинаһында йәшәй. Ғаиләгә бәлә килеүен социаль селтәрҙәр аша белгән миһырбанлы кешеләр көндәлек кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым менән ярҙам иткән.
Фәйзуллиндарҙың өлкән ҡыҙҙары район үҙәгендә Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырып йөрөй. Ҡалған балалары ата-әсәләре янында. Янғын һөҙөмтәһендә  бер-нисә көн элек кенә күңел өсәргәнеше кисергән бәләкәстәрҙең хәле бер ни тиклем яҡшыра төшкән. Изге күңелле, ихлас кешеләрҙең ҡулынан килгәнсә ярҙамы, йылы һүҙе Фәйзуллиндарға йәшәүгә ышаныс бирә. Абҙан ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе аҡсалата ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ләлә Ғиниәт ҡыҙы  янғында зыян күреүсе ғаиләгә матди ярҙам йыйыуҙа  әүҙемлек  күрһәтә. Архангел районының Абҙан ауылы халҡы Фәйзуллиндар ғаиләһенә килгән бәхетһеҙлеккә  ҡаршы бергәләп көрәшә. Улар ситтән ярҙам өмөт итмәй.  Борондан килгән йолаларҙы үтәп, Фәйзуллиндар ғаиләһенә килгән бәләне берҙәм көс менән күтәрә.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку