3 августа республиканың урман фондында дөйөм майҙаны 11 гектарҙан ашыу ерҙә өс янғын сыҡты

3 августа республиканың урман фондында дөйөм майҙаны 11 гектарҙан ашыу ерҙә өс янғын сыҡты 04.08.2015

Урмандарҙы патрулләү барышында  Йылайыр районының Кесе Юлдыбай,  Ейәнсура районының Таҙлар, Бөрйән районының Яуымбай ауылдары эргәһендә  урман яныуы асыҡлана.

Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  быйыл янғындар өсөн хәүефле осор башланғандан алып, Башҡортостан урман хужалығы биләмәләрендәге 80 гектарҙан ашыу  ерҙә 28 янғын теркәлгән.  Янғындарҙың яртыһына кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәпсе булған. Быға бәйле ведомство вәкилдәре урмандарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Янғын сыҡҡан осраҡта урман һағының  бушлай   телефонына шылтыратыу һорала. 8-800-100-94-00

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку