2015 йылда республика юлдарында 32 меңдән ашыу иҫерек водитель тотолған 18.01.2016

Һәр 13-сө осраҡ фажиғәле тамамланған. Ошо һәм башҡа күрһәткестәр бөгөн Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы кәңәшмәһендә яңғыраны.  

600 кеше һәләк булған, 6 меңе төрлө кимәл тән йәрәхәттәре алған. Статистика хәүефле булыуға ҡарамаҫтан, ыңғай үҙгәрештәр ҙә бар. Авариялар мәҫәлән, 8 процентҡа кәмегән. Юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеүҙән тыш инспекторҙар суд приставтары менән берлектә һалым, алимент түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу эшен дә алып бара. Яңы үҙгәрештәргә килгәндә,1 ғинуарҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн  штраф 20 көн эсендә түләнгән осраҡта 50 процент ташлама ҡаралған. Әммә был мөмкинлек менән тупаҫ ҡағиҙә боҙоусылар файҙалана алмай. Тағы бер үҙгәреш автобус водителдәренә ҡағыла, ведомство пассажирҙар ташыу баҙарында тәртип урынлаштырырға иҫәп тота.  
Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе: «Ҡала урамдарында автобустарҙың пассажирҙарҙы теләһә ҡайһы урында төшөрөүе ғәҙәти күренеш тиергә була. Ләкин 1 июлдән водителгә бының өсөн 3 мең һум түләргә тура киләсәк. Икенсе тапҡыр эләгеүсегә 5 мең һум штраф янай. Бынан тыш, лицензияһыҙ кеше ташыусы водитель 20 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ, ә юридик шәхескә ҡарата был осраҡта 200 мең һум штраф һалыу ҡаралған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика