20 октябрҙә Өфөнөң Затон биҫтәһендә ДПС экипажы йәйәүлене бәреп китә 24.10.2016

Бәләгә 18 йәшлек Рушан Кәримов тарыған, әле ул комала. Рәсми мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, егет юл аша светофорҙың ҡыҙыл утына сығып барған була. Автомобиль водителе иһә, киреһенсә, йәшелгә. Экспертиза уның айыҡ булыуын да күрһәткән. Осраҡ буйынса һорауҙар ҡалырға тейеш түгел дә, ләкин ысынында улай түгел. Рушан Кәримов күреү һәләте буйынса инвалид, шуға ла ул ғүмерен үлемесле хәүефкә дусар итеүен белмәҫкә лә мөмкин. Ни өсөн егет тура машина аҫтына барып ингән, һәм уны оҙатмағандар? Үткәүел мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн яраҡлаштырылғанмы?

Был ваҡиғаларҙы автоһәүәҫкәр Тимур Ситдиҡов машинаһындағы видеорегистраторға төшөрөп алған. Ул Миловка ауылы яғынан Затонға китеп барған була. Светофорҙа Тимур һәм унан алда барған «Лада» Әхмәтов урамына борола, уң яҡтан «Приора»ны өркөтөп, тағы бер машина килеп сыға. Был Рушанды имгәтәсәк ДПС экипажы. Видеояҙманан күренеүенсә, автомобиль фарҙарын боролоп юлға сыҡҡас ҡына ҡабыҙа, һыҙатын алмаштырыуҙы поворотнигы менән дә күрһәтмәй. Артабан ведомство машинаһы тиҙлек йыя башлай, һәм ҡапыл туҡтай.
Ерҙә ятҡан егетте осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡан тиҙ ярҙам автомобиле алып китә. Бишенсе тәүлек ул комала ҡала. Табиптар хәлен ауыр тип баһалай. Ни өсөн Рушан тура автомобиль аҫтына йүгергән? Билдәле булыуынса, ул күреү буйынса инвалид, һәм 30 сантиметр алыҫлыҡта инде бер нәмә лә тоҫмаллай алмаған. Видеонан күренеүенсә, юл аша егет бер үҙе сығып бармаған, ҙур ихтималлыҡ менән ул кемгәлер эйәргән. Шаһиттар ДПС экипажы юғары тиҙлек менән килә ине тип иҫбатлай.
Был версия менән Рушандың дзюдо буйынса тренеры Валентин Пегов та риза. Айырыуса ул егеттең ошо аҙнала ярышҡа эләгә алмауына үкенә. Рушанды һуңғы арала тап ошо хыялдар ҡанатландырған. Ул кис тә егет күнекмәләрҙән ҡайтып килгән була. Ғәҙәттә, уны яҡындары оҙатҡан, ләкин 18 йәше тулған Рушан үҙаллы булырға теләгән, быға ата-әсәһен дә күндергән. Өйөнә ҡайтыр өсөн егеткә туҡталышта төшөп, юл аша сығырға ғына кәрәк булған. Унан йортҡа ни бары 100 метр самаһы ара ҡала.
Ваҡиға йәнә ҡала урамдарының мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн яраҡлаштырылмағанын күрһәтте. Тауыш менән сигнал биреүсе светофор, ерҙә ятҡан махсус плитка насар йә бөтөнләй күрмәгән кешеләрҙең тормошон күпкә еңеләйтә алыр ине. Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, теге йәки был урында махсус сараларҙы индереү инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары аша башҡарыла. Ләкин уларға мөрәжәғәт итеү һеҙ йөрөгән ерҙә шунда уҡ сигналлы светофор, йә коляска үтә алырлыҡ бордюр килеп сығыр тигәнде аңлатмай. Ғәҙәттә, бөтә үҙгәрештәр финанстарға барып терәлә. Матди мәсьәлә кешеләрҙең ғүмерен боҙа алмауын күреү айырыуса аяныслы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика