17 йәшлек ҡыҙ эскән килеш руль артына ултырып бәләгә тарыны

17 йәшлек ҡыҙ эскән килеш руль артына ултырып бәләгә тарыны 31.07.2015

Осраҡ Ауырғазы районында теркәлә. Асыҡланыуынса,  «Datsun» автомобиле ҡыҙҙың 20 йәшлек әхирәтенең үгәй атаһыныҡы булған. Улар автомобилде рөхсәтһеҙ алып сығып киткән. Авария һөҙөмтәһендә йәштәр еңелсә йәрәхәтләнгән. Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, руль артына ултырған ҡыҙға ҙур күләмдә штраф түләргә тура киләсәк.  

Йәмил Әхмәтғәлиев, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәре: «Алдағы ял көндәрендә дәүләт инспекцияһы киң күләмле профилактик саралар планлаштырҙы. Унда бигерәк тә руль артына эскән килеш ултырыусы водителдәргә ҙур иғтибар бүленәсәк. Сөнки иҫерек водителдәрҙән юлда ҙур хәүеф янай».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика