13-сө фатирҙа янғын

13-сө фатирҙа янғын 06.02.2015

5 февраль киске сәғәт  һигеҙҙәр тирәһендә Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамындағы өс ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә көслө янғын сыҡты. Тәүге  мәғлүмәттәр  буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә торлаҡтың беренсе ҡатындағы ике бүлмәле фатирҙа газ сығыуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Һөҙөмтәлә фатирҙың эсе ныҡ ҡына зыян күрә,  хужабикәһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Тағы ла ике кеше еңелсә тән бешеүе ала, уларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Фажиғә урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр утты ярты сәғәт эсендә һүндерә.
Янғын һөҙөмтәһендә йорттағы башҡа фатирҙар ҙа зыян күргән. Әлеге минуттарҙа ваҡиға урынында ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Республиканың Тәфтиш комитеты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  фажиғәгә газ ҡоролмаһын файҙаланыу ҡағиҙәһен боҙоу сәбәпле булыуы  ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку