10 октябрҙә баш ҡаланың 8-се март урамында сыҡҡан янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде

10 октябрҙә баш ҡаланың 8-се март урамында сыҡҡан янғын тураһында хәбәр иткәйнек  инде 17.12.2015

Белгестәр тикшереү барышында бинаға махсус рәүештә ут төртөлгән тигән фаразға килгән.

Көл араһында яндырыу өсөн ҡулланылған шыйыҡса өлөштәре табылған. Белгестәр шуға ла үртәлгән тигән һығымтаға килә. Был турала бөгөн Өфөнөң Совет район хакимиәтендә ойошторолған осрашыуҙа белдерелде. Унда йорт хужалары, төҙөлөш ойошмаһы һәм хакимиәт вәкилдәре ҡатнашты. Әле зыян күргән 15 ғаиләнең дүртәүһенә яңы фатир асҡыстары тапшырылған.  
Лидия Шабрина, зыян күреүсе: «Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡбыҙ. Әлбиттә, беҙ  шат. Элекке йәшәгән еребеҙҙә шарттар насар ине - эҫе һыу юҡ, фатирҙарҙы мейес яғып йылыта торғайныҡ. Хәҙер барыһы ла фатирҙа. Ремонт эшләргә ҡалды. Өр-яңынан тормош башлайбыҙ тип әйтергә була».
Иң тәүҙә фатирҙар пенсионерҙарға һәм күп балалы ғаиләләргә бүленә. Торлаҡ менән килешмәүселәргә икенсе варианттар тәҡдим ителә. Осрашыу барышында зыян күреүселәрҙең башҡа проблемалары ла тыңланылды. Уларҙы иң борсоғаны - йорттан күсеүселәргә  һаманғаса комуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеүҙе талап итеп квитанциялар килә. Был мәсьәлә яҡын арала хәл ителәсәк тип белдерҙе Совет районы коммуналь хеҙмәт идаралығы директоры. Бынан тыш, яңы фатирға күсеүселәр төҙөүсе ойошмаға рәхмәтен белдерҙе. Әле осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку