Һөйгән йәренә «Мерседес Бенц» автомобиле бүләк итеп дан алыусы полиция хеҙмәткәре эшенән бушатылды

Һөйгән йәренә «Мерседес Бенц» автомобиле бүләк итеп  дан алыусы полиция хеҙмәткәре эшенән бушатылды 01.12.2017

Ҡатынына ике миллион ярым һумлыҡ сит ил автомобиле бүләк итеү  мәлен һүрәтләгән видеоның интернет селтәрендә барлыҡҡа килеүе ҙур резонанс тыуҙырғайны.  Йомарт ир полицияла эшләгәнлеге асыҡланды.

Өҫтәүенә, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе булып сыға. Ҡатыны ла юрист. Был видеонан һуң ирҙең эшмәкәрлеге менән эске эштәр министрлығының  үҙ хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһына башлай. Һөҙөмтәлә уға ҡарата вәкәләттәрен арттырған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыла һәм ул эш урынынан бушатыла. Ләкин ҡиммәтле автомобиль өсөн түгел. Баҡтиһәң , полиция хеҙмәткәре Стәрлетамаҡта хеҙмәттәштәре менән бергә һаҡсы булып эшләүсе ирҙе туҡмауҙа ғәйепләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку