Ғәйеплегә тейешле яза 01.11.2016

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр руль артына эскән килеш ултырған водитель арҡаһында Өфөнөң Баҡалы урамында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгәйне. Бер нисә көн элек хөкөмгә тарттырылған - Константин Федотов ваҡытынан алда иреккә сығарыуҙы һорап Юғары судҡа мөрәжәғәт итте. Яза йомшартыласаҡмы, ғәйепләнеүсегә тейешле яза үҙгәрешһеҙ ҡалырмы?  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Лифан» автомобиленә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан «Ауди» автомобиле килеп бәрелә. Ҡот осҡос аварияла 31 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлә. Ә салондағы 8 йәшлек ҡыҙы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Бөгөн яҡындары Полинаны йыш ҡына психологтарға йөрөтөргә мәжбүр.
Наталья Кузнецова, мәрхүмәнең әсәһе: «Баланың һаулығы өсөн борсолабыҙ. Ваҡиғанан һуң ул бер аҙна тирәһе һөйләшә алмай аҙапланды.  Мин ейәнсәремдең һауығыуына ышанам, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ, тик әсәһен генә алыштыра алмайбыҙ».
Һуңғы арала хөкөмгә тарттырылыусы Константин Федотовты ваҡытынан алда иреккә сығаралар тигән имеш-мимештәр таралды. Әммә Юғары суд хөкөмдө үҙгәрешһеҙ, 2 йыл да 8 айға ҡалдырҙы. Колониянан ир  2018 йылдың апрелендә сығырға тейеш. Әммә юл-транспорт һәләкәттәрендә ғәйепләнеүселәр айырым осраҡта иреккә ваҡытынан алда ла  сыға ала. Тик был йәһәттән закон  Федотовты ярлыҡай алмай.  
Иҫерек водителдәр, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүселәр арҡаһында күпме кеше ғүмере өҙөлә. Иң аяныслыһы: фажиғәләрҙең күбеһендә рулгә эскән килеш ултырыусылар ғәйепле.
Валерий Шәрипов, юрист:  «Руль артына ултырған һәр водитель был ҙур яуаплылыҡ икәнен аңларға тейеш. Әгәр ҙә ул эсеп рулгә ултырған икән, тимәк ул енәйәт ҡылыусы».  
Юл-транспорт ваҡиғаларының 80 процентында водителдәр ғәйепле булыуы билдәле. Әгәр ҙә улар рулгә эскән килеш ултырмаһа, юлда йөрөү- яуаплылыҡ икәнен аңлап, тиҙлекте арттырмаһа, уйламайынса алдағы автомобилде уҙырға тырышмаһа, ҡорбандар ҙа улай күп теркәлмәҫ ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика